Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Ноябрь 2012, 19:05
Баш ҡалала Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Поцяпун граждандарҙы ҡабул итте
Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһы ағзаһы Владимир Поцяпун «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты. Депутатҡа төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт иттеләр. Осрашыуҙа төҙөлөш, юл хужалығы, медицина кеүек төрлө тармаҡтарҙа илдә булдырылған инновацион эшләнмәләрҙе ҡулланыу буйынса тәҡдимдәр әйтелде, вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлегенә ялыуҙар ҙа булды.
— Халыҡ менән туранан-тура аралашыу ай һайын ойошторола. Граждандар шәхси, шулай уҡ дөйөм характерҙағы мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, был һорауҙарҙы тикшереү – ҙур яуаплылыҡ. Шуға күрә һәр мөрәжәғәт ентекле тикшерелә. Бер һорау ҙа иғтибарһыҙ һәм яуапһыҙ ҡалмай, - тип билдәләне Владимир Поцяпун осрашыу аҙағында.
Автор:
Элиана Сәйетова
Теги:
граждандарҙы ҡабул итеү
Читайте нас