05:41 (UTC+5), 26 Ноября 2012

Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара саммиттарға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе

Ғәлиә Нәбиева
— Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты структураһында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре самиттарына әҙерлек барышын координациялау буйынса бүлек булдырыласаҡ. Әлеге ваҡытта кандидаттар һайлана, - тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреүгә әҙерлек буйынса республика ойоштороу комитетының икенсе ултырышында.
Республика башлығы билдәләүенсә, офис-төркөм дирекцияһын булдырыу оҙаҡҡа һуҙыла. Уны кисектермәйенсә булдырыу зарурлығын билдәләп, Президент мәсьәләне киләһе аҙнала хәл итеү бурысын ҡуйҙы.
Рөстәм Хәмитов һөйләүенсә, саммиттарға әҙәрлек, М5 һәм М7 федераль трассаларын төҙөү һәм реконструкциялау, аэропортты, тимер юл транспортын яңыртыу мәсьәләләре буйынса ул федераль министрлыҡ етәкселәре менән бер нисә осрашыу үткәргән. Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, барлыҡ был йүнәлештәр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителгән. Объекттарҙы проектлауға тотонғандар ҙа инде. Төбәк башлығы эш темптарын тиҙләтеү бурысын ҡуйҙы.
— Ағиҙел йылғаһы ярҙарын нығытыу, ул территорияны төҙөкләндереү буйынса саралар үткәреү мөмкинлеген, Ағиҙел аша Затон күперенең икенсе сиратын төҙөү мәсьәләһен ҡараныҡ. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты корпустарын реконструкциялау һәм яңы студенттар ҡаласығы комплексын төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙек, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Ултырышта билдәләнеүенсә, әҙерлек сараларына төбәккә федераль бюджеттан средстволар бүленәсәк, әммә уларҙың күләме әлегә билдәле түгел.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, объекттар төҙөүҙән тыш, республикала Эске эштәр министрлығының һәм башҡа федераль структураларҙың матди-техник базаһын нығытыу талап ителә.
Халыҡ-ара саммиттарҙы үткәреүгә әҙерлек буйынса әүҙем эшмәкәрлек Мәскәүҙә башлана. Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков етәкселегендәге эш төркөмө булдырылған. Яҡын арала уның составы билдәләнәсәк.
Йыл аҙағынаса Юрий Ушаков Өфөгә килеп китәсәк, һәм республика уға саммиттарға әҙерлек буйынса саралар планын тәҡдим итергә тейеш.
Республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының был юҫыҡтағы эшмәкәрлеге хаҡында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, әҙерлек эштәре алып барыла, әммә тәҡдимдәр әлегә дөйөм характерҙа ғына. Вице-премьер билдәләүенсә, әлеге ваҡытта халыҡ-ара саммиттарҙы үткәреү концепцияһын әҙерләү тамамлана.
Ултырышта форумдарҙың эшлекле һәм мәҙәни программалары барышында файҙаланыласаҡ объекттар торошо ентекле тикшерелде, ҡунаҡханалар комплексын төҙөү мәсьәләһе ҡаралды. Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов әҙерлек сиктәрендә баш ҡалала башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Өфөлә мэр урынбаҫары Марат Ғәлиуллин етәкселегендәге саммиттар үткәреү буйынса дирекция булдырыла. Башҡортостан баш ҡалаһында өс йыл эсендә Шанхай һәм БРИКС илдәре саммиттары сиктәрендә йәмғеһе 56 сара үткәреләсәк.
Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, башҡараһы эштәр бик күп. Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов, сығымдар күләменән ҡурҡырға ярамай, тип билдәләне. Ваҡыт үтеү менән ҡала үҙгәреп, яңы һөҙөмтәләр бирәсәк – халыҡҡа йәшәүе яҡшыраҡ буласаҡ.
Рөстәм Хәмитов саммиттарға әҙерлек менән бер юлы хәл ителергә тейеш мәсьәләләрҙе атаны. Улар иҫәбендә – Затон биҫтәһендә, Ағиҙел аръяғында төҙөлөш эштәрен башҡарыу, Өфөнөң яңы транспорт схемаһын ғәмәлләштереү, шулай уҡ сәнәғәт предприятиелары буйынса инвестиция программаларын тормошҡа ашырыу, бәләкәй һәм урта ҡалаларҙы төҙөкләндереү.
Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов финанс средстволарын тотоноуға контроллек итеү буйынса аныҡ позицияһын билдәләне.
— Һәр тинде үҙем иҫәпләйәсәкмен. Бюджет объекттары бөлдөргөс булырға тейеш түгел. Барыһы ла ябай, әммә заманса булырға тейеш. Һәм был бурысты үтәйәсәкбеҙ, - тине Президент.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика