07:39 (UTC+5), 26 Ноября 2012

Башҡортостан Президенты РФ Паралимпия комитеты президенты Владимир Лукин менән осрашты

«Башинформ»
23 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы субъекттарында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, РФ Паралимпия комитеты президенты Владимир Лукин менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Республика башлығы Башҡортостандың паралимпия спортындағы ҡаҙаныштарын иҫкә төшөрҙө.
– Спортты үҫтереүгә күп көс һәм ресурстар йүнәлтәбеҙ, һөҙөмтә булараҡ яҡшы ҡаҙаныштарға өлгәшәбеҙ. Темптарҙы кәметергә йыйынмайбыҙ, киреһенсә, уларҙы арттырасаҡбыҙ, һәр яҡлап ярҙам итеүҙе үҫтерәсәкбеҙ. Бының өсөн ресурстар, ә иң мөһиме компетенция, белгестәр бар. Халыҡ паралимпия спортын үҫтереү яҡлы, - тине Президент. Шул уҡ ваҡытта ул төбәккә объекттар төҙөүҙә федераль үҙәктән ярҙам кәрәклеге хаҡында әйтте.
– Беҙ тиҙ ышаныусан кешеләр, ышанып, ҙур паралимпия үҙәген төҙөй башланыҡ, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында быйыл федераль финанслау туҡтатылды. Әлбитә, 2013 йылда төҙөлөштө дауам итеп, уны 2014 йылда тамамларға тейешбеҙ. 2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттары үткәрелә. Был ваҡытҡа объекттың файҙаланыуға тапшырылыуын теләр инек. Уның ярҙамында Өфөлә һәм Башҡортостан Республикаһында спорт, тәү сиратта паралимпия спорты мәсьәләләренең нисек хәл ителеүен күрһәтә алыр инек. Дәүләт Думаһына паралимпия спорты вәкиле, күп тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Рима Баталованы делегат итеп ебәрҙек. Ул әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Беҙҙә яңы спортсылар, яңы быуын тәрбиәләнә башланы. Паралимпия спортын үҫтереү эшен яҡшы беләбеҙ. Иғтибар, ресурстар, лидерҙар – быларҙың барыһы ла беҙҙә бар һәм артабан үҫтереләсәк. Республика был йәһәттән тырышып эшләйәсәк.
– Бынан тыш, - тип дауам итте Президент, - артабан беҙҙә Паралимпия уйындарына индерелгән спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара кимәлдәге ҙур ярыштар, донъя һәм Европа чемпионаттарын үткәрергә тәҡдим итә алыр инек. Рәсәй чемпионаттарын үткәреү тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр спорт объекттарына ирекле йөрөй алһын өсөн, уларҙы ҡулайлаштырыу өҫөндә эшләйбеҙ, беҙҙә ундай программа бар. Был эш спорт объекттарына ғына түгел, ҡала һәм ауыл инфраструктураһына ла ҡағыла. Барыһы ла бер юлы килеп сыҡмай, әлбиттә, бының өсөн ваҡыт кәрәк. Әммә процесс дөрөҫ йүнәлештә бара. Был йәһәттән дә ҙур, мөһим саралар үткәреү өсөн беҙҙең базаны, беҙҙең мөмкинлектәрҙе ҡулланырға тәҡдим итер инем.
Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил эшмәкәрлегенә килгәндә, бында Рөстәм Хәмитов, «беҙ яҡшы эшләйбеҙ, үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ һәм ярҙам итәбеҙ», тип билдәләне.
Владимир Лукин билдәләүенсә, паралимпия эштәре менән ул 16 йыл шөғөлләнә һәм был ваҡыт эсендә илдә паралимпия спортын үҫтереү йәһәтенән күп эштәр башҡарылған. Башҡортостандың паралимпия хәрәкәтендәге ҡаҙаныштарына ул юғары баһа бирҙе.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика