06:08 (UTC+5), 22 Ноября 2012

Өфө хакимиәте структураһында яңы бүлек булдырылды

Арина Рәхимҡолова
Өфө хакимиәте структураһында яңы бүлек – Граждандарҙы яҡлау идаралығы булдырылды. Ул шул уҡ исемле муниципаль учреждениены алмаштырасаҡ. Был хаҡта ҡала Советы ултырышында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов һөйләне.
Ҡайтанан булдырылған Идаралыҡ граждандар оборонаһы һәм халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән яҡлау сараларын ойоштороу буйынса ҡарарҙар ҡабул итәсәк. Ҡала хакимиәте структураһында йәмғеһе 22 бүлек, шул иҫәптән ете территориаль орган иҫәпләнә.
– Үҙгәрештәр «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы федераль закон һәм Өфө Уставына ярашлы үткәрелә. Дөйөм алғанда, ҡала һәм райондар хакимиәттәре структураһына ҙур үҙгәрештәр индерелмәне, хеҙмәткәрҙәр һаны элеккесә ҡалды, шуға күрә муниципаль бюджеттан өҫтәмә сығымдар талап ителмәйәсәк, - тип билдәләне Рәмил Дилмөхәмәтов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика