11:43 (UTC+5), 21 Ноября 2012

Өфө ҡала Советы ҡала Уставына үҙгәрештәр индерҙе

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан баш ҡалаһында Өфө ҡала Советының сираттағы ултырышы үтте, унда 40 һорау тикшерелде. Депутаттар Уставҡа үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү яҡлы тауыш бирҙе. Барлыҡ төҙәтмәләр алдан Өфө райондарында үткән йәмәғәт тыңлауҙарында ҡаралғайны. Ҡала Уставына индерелгән төҙәтмәләрҙең береһе булараҡ «Совет депутатының вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу гарантиялары» исемле яңы статья индерелде. Муниципаль депутат статусын регламентлаған федераль закон булмағанға күрә, бындай өҫтәмә айырыуса актуаль булып тора.
Депутаттар шулай уҡ ҡала бюджетының 2013 йылға һәм 2014-2015 йылдарҙың планлы осорона проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткәреү көнөн һәм урынын билдәләне. Улар 2012 йылдың 10 декабрендә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтә.
Ултырышта ҡаралған һорауҙарҙың күпселеге Өфө хакимиәте структураһын, уның бүлексәләрен, шулай уҡ ҡала райондары хакимиәттәрен билдәләүгә ҡағылышлы булды. Бынан тыш, Өфө ҡала Советы янындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының яңы составы раҫланды.
Совет ултырышында тикшерелгән йәнә бер нисә һорау ҡайһы бер территорияларҙы планлаштырыу һәм бүлеү проекттары буйынса йәмәғәт тыңлауҙарын үткәреүгә бәйле булды.
Шулай уҡ депутаттар Өфөнөң муниципаль торлаҡ фондынан хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ биреү тәртибе тураһындағы Положениеға үҙгәрештәр индерҙе. Уларға ярашлы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре тренерҙарына торлаҡ алыу мөмкинлеге биреләсәк, был уларҙың социаль хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк һәм балалар-үҫмерҙәр спорты системаһына квалификациялы белгестәрҙе йәлеп итеү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика