05:04 (UTC+5), 20 Ноября 2012

Мәләүез районында 31 йәш ғаилә торлаҡ сертификаттары алды

Марина Шумилова
Мәләүез районы хакимиәтендә йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләүҙәр алыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте. 2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» маҡсатлы федераль программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә 31 ғаилә торлаҡ сертификаттары алды. Уларҙың дөйөм суммаһы 15 миллион 356 һум тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
— Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, район бюджеттарынан бүленгән средстволар ярҙамында йәш ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшырта, - тип билдәләне тантаналы сарала Мәләүез районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Малик Вәхитов. – Быйыл бындай ярҙам ауыл ерендә йәшәгән 15 ғаиләгә күрһәтелде. Финанс ярҙамдың дөйөм күләме 11 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып – 2003-2011 йылдарҙа Мәләүез районында йәмғеһе 467 йәш ғаиләгә төрлө кимәлдәге дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Яңы йыл алдынан 320 урынға иҫәпләнгән бала баҡсаһын асыу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика