11:41 (UTC+5), 20 Ноября 2012

Башҡортостандан Мирхәт Ҡаҙарғолов Рәсәйҙең иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре тип танылды

Ғәлиә Нәбиева
Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығының социаль һәм гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Мирхәт Ҡаҙарғолов «Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр» бөтә Рәсәй конкурсының «Социаль үҫеш» номинацияһында еңеү яуланы. Диплом һәм «Урындағы үҙидараны үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн» миҙалы уға «Үҙидара нигеҙе булараҡ социаль проекттар» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында тапшырылды, тип хәбәр иттеләр «БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән. Дөйөм алғанда төрлө номинацияларҙа илдең байтаҡ төбәктәренән 30-ға яҡын муниципаль хеҙмәткәр билдәләнде.
— Был награда – минең генә түгел, барлыҡ коллегаларымдың да хеҙмәтенә оло баһа. Урындағы үҙидараны үҫтереүгә, граждандарҙың был институтҡа ышанысын арттырыуға улар күп көс һала, - тип билдәләне Мирхәт Ҡаҙарғолов. – Хеҙмәтебеҙҙең лайыҡлы баһа алыуы ҡыуандыра. Әлбиттә, был һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыуға өҫтәмә стимул булып тора.
Конкурсҡа Өфө ҡалаһы Ленин районының бер нисә йыл дауамында алып барылған социаль йүнәлештәге эшмәкәрлегенә анализ һөҙөмтәләре, уларға өҫтәп фотоһүрәттәр һәм киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡан публикациялар тәҡдим ителде. Анализ әҙерләгәндә күп кенә юғары квалификациялы белгестәр йәлеп ителгән, унда төрлө хеҙмәттәрҙең бай тәжрибәһе сағылыш таба.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика