Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Ноябрь 2012, 12:22

Быйыл Күмертауҙа 95 ғаиләгә бушлай ер участкалары бүленгән

2012 йылда Күмертауҙа йәшәгән ғаиләләргә 95 ер участкаһы бүленгән. Уларҙың 73-ө – күп балалы ғаиләләргә, 18-е – инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, өс участка – йәш ғаиләләргә, береһе торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә торған ғаиләгә бирелгән.
Ағымдағы йыл башынан алып ҡала хакимиәтендә бер тапҡыр һәм бушлай ер участкалары алыуға йәмғеһе 207 ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың 148-е – күп балалы ғаиләләр, 36-һы – инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, 17-һе – йәш ғаиләләр, өсәүһе - торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә торған ғаиләләр, йәнә өсәүһе бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре тарафынан яҙылған. Күмертау халҡына ер участкалары бүлеү процесы дауам итә.
Автор: Марина Шумилова
Читайте нас