07:46 (UTC+5), 16 Ноября 2012

БР Дәүләт Йыйылышында йәштәр парламентаризмын үҫтереү мөмкинлектәре тикшереләсәк

Людмила Терновая
23 ноябрҙә Өфөлә, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы йортонда, республика ҡала һәм райондарының Йәштәр советтары етәкселәре өсөн семинар-кәңәшмә үтә. Башҡортостанда йәштәр парламентаризмын үҫтереү мөмкинлектәре, Йәштәр советтарының республика Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, дәүләт власы органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүен көсәйтеү, йәштәр хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен закондар нигеҙендә көйләүгә булышлыҡ итеү сараның төп маҡсаттары булып тора. Унда республика парламенты, Башҡортостан Президенты Хакимиәте, республика Хөкүмәте, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, йәштәр йәмәғәт ойошмалары, төбәктең юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Сарала Рәсәйҙә йәштәр парламентаризмын үҫтереү мәсьәләләре, республикала йәштәр парламентаризмының өҫтөнлөклө йүнәлештәре, ауыл йәштәренең проблемалары тикшереләсәк. Пленар ултырыштан һуң өс секция ултырышы эшләйәсәк.
— Кәңәшмәлә 300-гә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә, - тип хәбәр итте республика Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко. – Бындай сара Башҡортостанда 2009 йылдан бирле үткәрелмәне. Өс йыл эсендә райондарҙа Йәштәр советтары етәкселәре һәм ағзалары алмашынды, артабан эшләү мөмкинлектәрен тикшереү ихтыяжы тыуҙы. Йәштәр палатаһының аҙаҡҡы ултырышында Республикала йәштәр парламентаризмын үҫтереү концепцияһы ҡабул ителде. Ошоға бәйле Йәштәр советтарының эшмәкәрлегенә бер аҙ үҙгәрештәр индереү зарур.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика