09:06 (UTC+5), 15 Ноября 2012

Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайы киләсәккә үҙ эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне

Людмила Терновая
Мәләүез ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы ошо көндәрҙә Мәләүездә үтте, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Ҡоролтайҙың ағымдағы йылдағы эшмәкәрлеге хаҡында доклад менән Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юнир Аҙнағолов сығыш яһаны. Ул башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлауҙа, башҡорт телен үҫтереүҙә әлеге йәмәғәт ойошмаһының ролен билдәләне. Ҡала һәм район мәктәптәрендә туған телдәрҙе, шул иҫәптә башҡорт телен уҡытыу тураһында хакимиәттең мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Һөйәрғолова һөйләне.
Йыйылышта ҡатнашыусылар Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Улар иҫәбендә - матди һәм рухи тормоштоң бөтә өлкәләрендә башҡорттарҙың әүҙем ҡатнашыуы, Ҡоролтайҙың яңы уставын өйрәнеүҙе ойоштороу, йәмәғәт ойошмаһы эшендә башҡорт йәштәренең ҡатнашыуы.
Ойошма активистары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеттарының почет грамоталары менән наградланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика