11:37 (UTC+5), 14 Ноября 2012

Әбйәлил районынан 20 йәш ғаилә торлаҡ сертификаттары алды

Арина Рәхимҡолова
Әбйәлил районында йәшәгән 20 йәш ғаилә торлаҡ һатып алыуға дәүләттән финанс ярҙам алды. Район хакимиәтендә 2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» маҡсатлы федераль программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр алыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте. Йәш ғаиләләрҙе район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов ҡотланы.
– Ғаилә институтын яҡлау илебеҙ һәм республикабыҙҙың социаль сәйәсәтендә һәр ваҡыт өҫтөнлөклө йүнәлеш булды һәм булып ҡала. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында ғаилә абруйын күтәреү, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау шулай уҡ дәүләт кимәлендәге мөһим бурыстар тип иғлан ителде. Бөгөн Әбйәлилдә йәшәгән 20 йәш ғаиләгә сираттағы ярҙам күрһәтә алыуыбыҙға бик шатбыҙ, - тип билдәләне Рим Сыңғыҙов.
Субсидияларҙың дөйөм суммаһы 9 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Субсидияның минималь күләме 332 220 һум тәшкил итһә, иң ҙур субсидия 569 520 һум күләмендә бирелде.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика