05:33 (UTC+5), 13 Ноября 2012

Бөрөлә мари халҡының беренсе Бөтә Рәсәй съезына арналған түңәрәк өҫтәл үтәсәк

Людмила Терновая
Бөрөлә 7 декабрҙә мари халҡының беренсе Бөтә Рәсәй съезына 95 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтә. Унда тарихсылар, этнологтар, милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге белгестәр, Башҡортостан Республикаһы һәм Мари Иленең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Мари халҡының беренсе Бөтә Рәсәй съезының әһәмиәтлелеген, Башҡортостан менән Мари Иле араһындағы хеҙмәттәшлекте, мари халҡының мәҙәниәтен һәм телен һаҡлау һәм үҫтереү тәжрибәһен тикшереү сараның төп маҡсаттары булып тора.
1917 йылда Урал һәм Волга буйында йәшәгән мари халҡы вәкилдәре Бөрөлә үҙҙәренең беренсе Съезына йыйыла. «Эрвел Марий» төбәк мари милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Павел Бикмурзин һүҙҙәренсә, был мөһим ваҡиғаның уникаль материалдары әлеге көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған.
— Мари халҡының беренсе Бөтә Рәсәй съезы үткән бина әлегә тиклем һаҡланған, - тине Павел Бикмурзин. – Ул йортта хәҙер иҫтәлекле таҡтаташ урынлаштырылған. Съезда мари халҡының тормошон үҙгәртеүгә булышлыҡ иткән мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән. Документтар, шул иҫәптән съезд стенограммаһы яҡшы һаҡланып ҡалған.
Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә мари рәссамы Георгий Калитовтың арт-проекттар күргәҙмәһен ойоштороу планлаштырыла, шулай уҡ рәссам «Бөгөнгө сәнғәт һәм йәштәр» доклады менән сығыш яһаясаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика