14:02 (UTC+5), 09 Ноября 2012

Рөстәм Хәмитов полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Ольга Мортазина
Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Унда хоҡуҡ һаҡлау структуралары етәкселәре, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары һәм башҡалар ҡатнашты. Полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
— Башҡортостан полицияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре алдында торған яуаплы бурыстарҙы йылдан йыл уңышлыраҡ үтәй. Һеҙ терроризмға, дини экстремизмға ҡаршы көрәшәһегеҙ, граждандарҙы яҡлайһығыҙ, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, наркоманияның таралыуын, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең криминаль эшмәкәрлеккә юлығыуын иҫкәртәһегеҙ. Бындай ҙур эшмәкәрлек республика биләмәһендә енәйәтселектең кәмеүенә булышлыҡ итә. Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә еңел булмаған хеҙмәтен үтәй. Был һөнәр һеҙҙән юғары компетентлыҡ, ҡыйыулыҡ, фиҙаҡәрлек, барлыҡ граждандарға ҡарата мәрхәмәтле мөнәсәбәттә булыуҙы, уларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәүҙе талап итә.
Һеҙҙең эшмәкәрлектең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлайбыҙ, шуға күрә республика етәкселеге, ҡала һәм район хакимиәттәре эске эштәр бүлектәренә даими ярҙам күрһәтә, уларҙың матди-техник базаһын нығытыуға, заманса мәғлүмәт технологиялары менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итә. Әлбиттә, дәүләт власы органдары һеҙҙең ярҙамһыҙ эшләй алмай. Һеҙ ҙә шулай уҡ эшегеҙҙә, бер яҡтан – власть структураларының йоғонтоһон, икенсе яҡтан, һеҙҙе уратып алған йәмғиәт йоғонтоһон кисерәһегеҙ. Шуға күрә тик бергәләп кенә алға табан атлап, алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алабыҙ.
Айырыуса рәхмәт һүҙҙәренә эске эштәр органдары ветерандары лайыҡ. Һөнәри йолаларҙы нығытыуҙа, йәш быуынға белем биреүҙә һәм уларҙы тәрбиәләүҙә һеҙҙең ролегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең ғаилә ағзалары ла быр байрамды хаҡлы рәүештә үҙҙәренеке тип һанай ала. Сабырлыҡ өсөн уларға ҙур рәхмәт. Ҡәҙерле дуҫтар! Эшегеҙҙең ни тиклем хәүефле һәм ауыр булыуын аңлайбыҙ. Барлыҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә батырлыҡ һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Сара һуңында Рөстәм Хәмитов айырыуса уңыш ҡаҙанған полиция хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика