Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Ноябрь 2012, 12:13

Рөстәм Хәмитов РФ Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты

2 ноябрҙә Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты.
Төбәк башлығына экология, мәғариф, ауыл хужалығы, инвалид балалар өсөн лайыҡлы йәшәү шарттарын булдырыу, юлдар төҙөү, Өфө ҡалаһын төҙөкләндереү кеүек мәсьәләләр менән мөрәжәғәт иттеләр. Был юлы республика башлығы менән осрашыуға йәштәр ҙә килде.
Салауат ҡалаһында йәшәгән ҡатын урындағы йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса йәмәғәт хәрәкәтен булдырған. Уның был башланғысы яҡташтары һәм муниципалитет етәкселәре араһында ла яҡлау тапҡан. Яңы экологик хәрәкәт ярҙамында Стәрлетамаҡ һәм Салауат янындағы, шулай уҡ Мәләүез районындағы йылға ярҙары суп-сарҙан таҙартылған. Әммә хәрәкәт ағзалары бының менән туҡтап ҡалырға теләмәй. Рөстәм Хәмитов проектты киң йәйелдереү маҡсатында муниципалитет башлыҡтарына был төркөм проекттарына күберәк халыҡты йәлеп итергә ҡушты.
Экологияға ҡағылышлы йәнә бер мәсьәләне Өфө студенты ҡуҙғатты. Уны баш ҡаланың көньяғындағы яр буйында сүп-сарҙың күп булыуы борсой. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Өфөнөң был өлөшөнә оҙаҡ ваҡыт берәү ҙә иғтибар бүлмәгән. Йөҙ йыл дауамында яр буйының тышҡы йөҙө үҙгәртелмәгән дә тиерлек. Республика башлығы һүҙҙәренсә, яҡын арала Башҡортостан баш ҡалаһына ингән урынды төҙөкләндереү планлаштырыла. Бының өсөн иҫке йорттарҙы һүтеп, территорияны төҙөкләндерергә кәрәк буласаҡ. Был районды төҙөкләндереү буйынса эштәр башланған да инде.
— Салауат Юлаев паркын реконструкциялауҙы киләһе йылда башлаясаҡбыҙ, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Президентҡа Дыуан ауылында клуб булмауы хаҡында хәбәр итте.
— Ике йыл элек иҫке клуб бинаһы авария хәлендә тип танылған һәм емерелгән, - тине ҡыҙ. – Хәҙер йәштәр аграр техникум бинаһында йыйылышырға мәжбүр.
Элек клубта музыка мәктәбе, хореография класы, китапхана урынлашҡан булған, кинолар күрһәтелгән. Әле, студент һүҙҙәренсә, йәштәргә кистәрен йыйылып аралашыр өсөн урын юҡ.
— Быйыл Баймаҡ районында 150 урынлыҡ ҙур булмаған клуб төҙөнөк, - тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. – Әлеге мәсьәлә хаҡында ла уйлашырбыҙ.
Президент мәҙәниәт министрына, район башлығына һәм Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьерына был мәсьәләне тикшерергә ҡушты.
Салауат ҡалаһында йәшәгән ҡатын күреү һәләтенән мәхрүм булған балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү һәм дөйөм белем биреү учреждениелары етешмәү проблемаһын күтәрҙе. Республикала бындай балалар өсөн ни бары ике белем биреү учреждениеһы эшләй. Улар Өфөлә һәм Бәләбәйҙә урынлашҡан, мәктәптәрҙә урындар һаны сикләнгән. Бындай балалар тәрбиәләгән ғаиләләр баш ҡалаға күсеп килергә мәжбүр. Төбәктә был өлкәлә белгестәр ҙә етешмәй.
Рөстәм Хәмитов ғәмәлдәге мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытырға ҡушты. Тейешле министрлыҡтар республика ҡалаларында күреү һәләтенән мәхрүм булған балалар өсөн махсус төркөмдәр асыу мөмкинлеген тикшерәсәк. Ә йәйгеһен, республика башлығы ҡушыуы буйынса, йәйге лагерҙарҙың береһендә һуҡыр балалар өсөн заезд ойоштороласаҡ, унда квалификациялы педагогтар йәлеп ителәсәк.
Шамонин ауылы халҡының инициативалы төркөмө вәкиле төбәк башлығына әлеге ауылда юлдар булмауы хаҡында һөйләне.
Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне шәхси контроленә алды. Шул уҡ ваҡытта ул ауыл халҡына әүҙемерәк булырға һәм идара итеүсе компания будырып, территорияны төҙөкләндерергә ҡушты.
Дөйөм алғанда Башҡортостан Президентына республикала йәшәгән туғыҙ кеше мөрәжәғәт итте. Рөстәм Хәмитов мөрәжәғәт итеүселәрҙең проблемаларын ентекле өйрәнеүҙән тыш, уларҙан ауылдарҙа йәшәү сифаты, бала баҡсаларында урындар һаны, юлдарҙың булыу-булмауы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар хаҡында ла һорашты.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: