08:37 (UTC+5), 02 Ноября 2012

Күмертау башҡорттары ҡоролтайы киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләне

Марина Шумилова
Күмертауҙа ҡала башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы үтте.
— Үткән йылдар эсендә Күмертау башҡорттары ҡоролтайы ҡаланың йәмәғәт тормошонда, социаль-мәҙәни өлкәһендә лайыҡлы урын алды, - тип билдәләне Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Борис Беляев. – Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, башҡорт халҡының милли традицияларын һәм мәҙәниәтен, башҡорт телен һаҡлау, йәш кадрҙарға ярҙам итеү, башҡорт теле уҡытыусыларын һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәрен ҡеүәтләү буйынса эшмәкәрлек алып барып, минеңсә, ҡоролтай үҙ йүнәлешен дөрөҫ һайлаған.
Шулай уҡ ҡоролтайҙың һуңғы ике йыл эсендәге эшмәкәрлеге хаҡында доклад менән Күмертау башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Әнисә Түләгәнова сығыш яһаны. Ҡалала башҡорт телен өйрәнеү хаҡында Мәғариф идаралығы бүлеге начальнигы Земфира Усманова һөйләне. Йыйылышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев сығыш яһаны, ул туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү мәсьәләләренә туҡталды.
Ҡала башҡорттары ҡоролтайы отчет-һайлау йыйылышы резолюцияһында киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләне. Улар иҫәбендә – ҡаланың матди һәм рухи тормошонда, уның 60 йыллығын билдәләүгә бәйле әҙерлек сараларында башҡорттарҙың әүҙем ҡатнашыуы, кадрҙар резервын үҫтереү буйынса муниципаль программала башҡорт йәштәренең ҡатнашыуы һәм башҡалар.
Ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты составына 19 кеше һайланды. Асыҡ тауыш биреү менән рәйес һайланды. Күмертау башҡорттары ҡоролтайын Әлфиә Шәмиғолова етәкләне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика