05:32 (UTC+5), 01 Ноября 2012

Рөстәм Хәмитов БДБ эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары менән осрашты

Сергей Захаров
31 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Георгий Мурадов менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Осрашыу барышында Башҡортостан менән Агентлыҡтың төрлө йүнәлештәр буйынса үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, БДБ, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ Башҡортостанды популярлаштырыу йәһәтенән төбәккә ҙур ярҙам күрһәтә ала.
— Әлбиттә, Башҡортостандың БДБ, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ менән килешеп эш итеүен теләйбеҙ һәм килешеүгә ҡул ҡуйырға әҙербеҙ. Ғәрәп һәм Урта Азия дәүләттәре менән эшләү беҙҙе ҡыҙыҡһындыра һәм улар менән бәйләнештәр булдырырға ярҙам итә алыр инегеҙ. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре халыҡ-ара саммиттары алдынан был илдәрҙе урап сығып, эшлекле бәйләнештәр булдырырға тырышасаҡбыҙ. Агентлыҡҡа яҡшы партнер була алыр инек, тип уйлайым. Коллегаларыбыҙға һәр саҡ уңайлы шарттар булдырабыҙ, үҙ өҫтөбөҙгә алған бурыстарҙы үтәйбеҙ, - тине Президент.
Георгий Мурадов билдәләүенсә, Агентлыҡ Башҡортостанға иҡтисад, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә сит илдәр менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү йәһәтенән булышлыҡ итергә әҙер. Уның һүҙҙәренсә, Агентлыҡ республика менән килешеү төҙөргә планлаштыра.
— Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында күп күрһәткестәр буйынса беренсе урында килә. Төбәктең абруйы ҙур, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Георгий Мурадов.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика