06:44 (UTC+5), 31 Октября 2012

Республика Президенты киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәренә төбәктә KPI системаһын ғәмәлләштереү тураһында һөйләне

Людмила Терновая
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа төбәктә KPI (һөҙөмтәлелектең төп күрһәткестәре) системаһының ҡайһы бер ауырлыҡтар менән булһа ла ғәмәлләштерелеүе хаҡында хәбәр итте.
— Был системаны ҡабул итмәгән һәм уның буйынса эшләргә теләмәгән кешеләр үҙ ҡарашын белдерә, - тине Рөстәм Хәмитов. – Уларҙың бер өлөшө китте, икенсеһе – аңына килде. Был мәсьәлә буйынса ниндәй ҙә булһа хәрәкәт бар, тип әйтергә була. Дүрт-биш күрһәткес менән эш итеү һәм улар өсөн яуап биреү еңеллерәк булыуын кешеләр аңлай башланы. Артабан был мәсьәлә буйынса ниндәй йүнәлеш алыуыбыҙ хаҡында фекер алыштыҡ, шуға күрә теманы ташламай үҫтерәсәкбеҙ. 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса билдәле бер ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, төҙәтмәләр индереләсәк һәм 2013 йылда, шуларҙы иҫәпкә алып, эште дауам итәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, Рәсәй буйлап KPI системаһын яңы саҡ индерә башланылар, ә беҙ был форматта эшләй башланыҡ та инде. Рәсәйҙә был системаны Хөкүмәт кимәлендә ғәмәлләштергән беренсе төбәк булып торабыҙҙыр, моғайын.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һөҙөмтәлелектең төп күрһәткестәре системаһы республиканың власть органдары эшмәкәрлегенә 2010 йылдың көҙөндә индерелә башланы.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика