14:16 (UTC+5), 29 Октября 2012

Төбәктә Бөтә донъя татарҙары конгресының V съезында ҡатнашыу өсөн делегация составы билдәләнде

Арина Рәхимҡолова
Бөтә донъя татарҙары конгресының V съезында Башҡортостан Республикаһы исеменән 75 делегат һәм ойоштороу комитеты менән махсус саҡырылған 15-кә яҡын ҡунаҡ сығыш яһаясаҡ, улар араһында артистар, рәссамдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар. Сара 6-9 декабрҙә Ҡазанда үтә.
«Башҡортостан татарҙары» йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе Рәмил Бигнов һүҙҙәренсә, Башҡортостан делегацияһы составына йәмәғәт берләшмәләре етәкселәре, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, артистар, татар теле уҡытыусылары, фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ингән.
– Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре конгрестың төп пленар ултырышында, шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәрҙә сығыш яһаясаҡ, - тип хәбәр итте Рәмил Бигнов. – Бөтә донъя татарҙары конгресының съезы һәр биш йыл һайын үткәрелә. Йола буйынса, унда Рәсәйҙә һәм донъяла татарҙар берләшмәһенең роле һәм урыны мәсьәләләре ҡуҙғатыла, илдәге милли үҫеш стратегияһы тикшерелә, - тип һөйләне Рәмил Бигнов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика