05:00 (UTC+5), 24 Октября 2012

Республика Президенты: «Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе Башҡортостан өсөн файҙаға булырға тейеш»

Рәсүл Хәмиҙуллин
Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе Башҡортостан өсөн файҙаға булырға тейеш. Был хаҡта 23 октябрҙә Һамарҙа үткән Федерация Советының Рәсәй Федерацияһының Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында һәм Таможня союзында ҡатнашыуына күҙәтеү буйынса ваҡытлыса комиссияһының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
— Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндән һуң, Рәсәй, ниһайәт, ирекле баҙарға сыға, - тине республика Президенты. – Үткәрелгән анализ һөҙөмтәләренә таянып, киләһе һығымта яһарға була: Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Перспективалы тармаҡтар иҫәбендә Рөстәм Хәмитов нефть сығарыу, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһын атаны. Шулай уҡ машиналар эшләү һәм фән конкуренцияға һәләтле тармаҡтарҙан һанала. Ауыл хужалығы һәм еңел сәнәғәт менән иһә хәлдәр насарыраҡ.
— Аграр секторҙа прогноздар эшләргә ашыҡмайбыҙ, - тип билдәләне республика башлығы. – Пошлиналар күләмен кәметеү был өлкәлә кире йоғонто яһауы бар. Ауылдарҙы әүҙем рәүештә яңырта башлайбыҙ һәм заманса алымдар ҡулланыу кәрәклеген аңлайбыҙ. Шулай уҡ еңел сәнәғәттә лә юғалтыуҙар буласаҡ, сөнки беҙ Ҡытай менән конкуренция алып барабыҙ. Әммә быға ҡарамаҫтан, беҙҙә яҡшы резервтар бар. Мәҫәлән, Өфө трикотаж фабрикаһы әүҙем эшләй башланы.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, административ кәртәләрҙән ҡотолоу зарур, ә бизнес, үҙенең мөмкинлектәренә дөрөҫ баһа биреп, әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү барыбыҙҙы ла йылдамыраҡ булырға бурыслы итәсәк, тине Башҡортостан Президенты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика