13:56 (UTC+5), 23 Октябрь 2012

Рөстәм Хәмитов IV Бөтә Рәсәй социология конгресында ҡатнашты

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Өфөлә асылған IV «Социология һәм йәмғиәт: глобаль талаптар һәм төбәктәр үҫеше» Бөтә Рәсәй социология конгресы эшендә ҡатнашты.
— Әлеге конгресс илдең ғилми берләшмәһе өсөн мөһим ваҡиға булып тора, һәм бындай ҙур форумды тәүгә Башҡортостанда ҡабул итеү – беҙҙең өсөн оло хөрмәт, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.
Республикабыҙ ғалимдары һәм идара хеҙмәткәрҙәре, мөмкинлектән файҙаланып, Рәсәй һәм сит илдәрҙең алдынғы социологтары менән аралашыр һәм иң ауыр һорауҙарға яуаптар алыр, тигән ышанысын белдерҙе Башҡортостан Президенты.
— Һорауҙар ысынында ла бик күп, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең ил бер формациянан икенсеһенә күсеү осоронда. Бөгөнгө заманда глобалләштереү шарттарында изоляцияланған бер генә нәмә лә юҡ. Бөгөн беҙ әле кисә белмәгән проблемаларға тап булабыҙ.
Республика башлығы билдәләүенсә, Советтар Союзында тыуған кешеләр өсөн иҡтисади көрсөктәр, геосәйәси конфликттар, экологик проблемалар, дини ерлектәге ҡапма-ҡаршылыҡтар, экстремизмдың үҫеүе яңы күренештәр булып тора.
— Быларҙың барыһы ла бөтә яҡлап өйрәнеүҙе талап итә, - тине Президент. – Сөнки улар нисек тә булһа беҙҙең илдә сағылыш таба.
Форумда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов бөгөн төрлө өлкәләрҙә тормоштоң беҙҙең алға бурыстар ҡуйыуын билдәләне.
— Тәү сиратта, юғары технологиялы иҡтисад, белем иҡтисадын булдырыу тураһында һүҙ бара, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – Донъяның алдынғы илдәрендә ғилми эшләнмәләр бөгөнгө көндә етештереүсе көстәргә әйләнә, улар юғары өҫтәмә ҡиммәт менән продукция етештереүҙе тәьмин итә. Был илдәрҙән артта ҡалышмау һәм уларға мөмкин тиклем яҡынайыу бөгөнгө көнгә төп бурыс булып тора. Рәсәй һәм уның төбәктәре өсөн был – төп мәсьәләләрҙең береһе.
Башҡа социаль мәсьәләләр араһында Рөстәм Хәмитов ярлылыҡ кимәленең артыуын, тыуымдың кәмеүен, ғаилә ҡиммәтәренең юғалыуын, производствоны яңыртыу проблемаларын һәм башҡа мәсьәләләрҙе атаны.
— Беҙҙең граждандарҙы киләсәккә бәйле һорауҙар борсой: минең менән, ғаиләм, балаларым, ейәндәрем менән артабан ни була. Һәм иртәгәһе көнгә ышаныстың булмауы йәмғиәттә ҙур дисбаланс тыуҙыра. Һәр структуралағы ғәҙеллек мәсьәләләре шулай уҡ беҙҙең йәмғиәттә асыу тыуҙыра, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә социологтарҙың ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар дәүләт власы органдары өсөн төп ярҙамсылар булып тора.
— Дәүләт программаларын, проекттарҙы, сәйәси башланғыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың ғилми нигеҙле булыуы зарур, - тине Рөстәм Хәмитов. – Идара хеҙмәткәрҙәре булараҡ, беҙҙең өсөн алдағы йылдарҙа һәм алыҫ киләсәктә теге йәки был социаль процестарҙың ниндәй йүнәлештә үҫешәсәген аңлау мөһим.
— Төбәк етәксеһе булараҡ, мин социология буйынса китаптар уҡыйым, уларҙы өйрәнәм, һеҙ башҡарған эштәрҙе иғтибар үҙәгендә тотам, - тип мөрәжәғәт итте ғилми берләшмәгә Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика