06:01 (UTC+5), 23 Октябрь 2012

Николай Самойленко Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты Комиссияһын етәкләне

Людмила Терновая
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы рәйесе Николай Самойленко Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты ултырышында Тәбиғәт ресурстары, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология буйынса комиссияның рәйесе итеп һайланды.
— Бындай вазифаға һайланыуыма БР Йәштәр палатаһының барлыҡ ағзаларының етди эшмәкәрлеге булышлыҡ итте, - тине Николай Самойленко. – Беҙ Волга йылғаһы бассейны биләмәһендә Волга буйы федераль округында һыу объекттарының торошона күҙәтеү буйынса ҙур проект әҙерләнек. Башҡортостан райондарының Йәштәр советтары ярҙамында барлыҡ кәрәкле мәғлүмәт тупланды. Дөйөм анализ буйынса ҙур отчет әҙерләнде, ул Волга буйы федераль округына ингән төбәктәрҙең отчеттары менән сағыштырылды. Улар буйынса дөйөм отчет әҙерләп, РФ Президенты исеменә йүнәлттек.
Республика кимәлендә БР Йәштәр палатаһы тарафынан Башҡортостанда экологик хәлде яҡшыртыу буйынса бер нисә тәҡдим әҙерләнде, улар республиканың Дәүләт Йыйылышына йүнәлтелде.
— Бынан тыш, беҙ һыу объекттарының торошон яҡшыртыу буйынса бер нисә экологик сара үткәрҙек, - тип хәбәр итте Николай Самойленко. – Был эшләнмәләр менән Мәскәүгә килдек, унда экология мәсьәләләре өсөн яуап биргән Комиссия етәксеһе вазифаһына үҙ кандидатурамды тәҡдим иттем. Йәмғеһе өс кандидатура тәҡдим ителгәйне. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса, беҙҙең төбәктәге эшмәкәрлек иң яҡшыһы тип табылды.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика