Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Октябрь 2012, 11:08

Мәскәүҙә Рөстәм Хәмитов Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара саммиттарға әҙерлек мәсьәләләре буйынса һөйләшеүҙәр үткәрҙе

18 һәм 19 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүгә эш сәфәре сиктәрендә Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов, тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской, мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостанды, атап әйткәндә, Өфөнө 2015 йылда үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышына һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуына әҙерләү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Атап әйткәндә, Рөстәм Хәмитов менән Максим Соколов «Өфө» халыҡ-ара аэропортына өҫтәмә юл, Өфөнөң «Затон» биҫтәһендәге төньяҡ урау юлын төҙөү, М-5 һәм М-7 федераль трассаларын реконструкциялау, «Өфө» халыҡ-ара аэропортын һәм тимер юл транспорты объекттарын яңыртыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Шулай уҡ һүҙ Өфөнөң тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы тамамлау, саммиттарҙа ҡатнашасаҡ делегацияларҙы хеҙмәтләндереү өсөн автобустар һатып алыу хаҡында ла барҙы. Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Юл фонды средстволары иҫәбенә үткәреләсәк Булгаков-Боҙаяҙ автомобиль юлы участкаһын реконструкциялауҙы ҡушып финанслау тәртибендә федераль бюджет средстволрынан 60 миллион һум күләмендә субсидия бүлеү мәсьәләһен ҡуҙғатты.
Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығында Рөстәм Хәмитов менән Сергей Донской Ағиҙел йылғаһының Дуҫлыҡ монументынан алып Өфөләге тимер юл күперенә тиклемге өлөшөндә йылға ярын нығытып торған инженерлыҡ ҡорамалдарын реконструкциялау тураһында һөйләште. Әлеге ҡорамалдар 50 йыл элек төҙөлгән, уларҙың 50 процентынан ашыуы яңыртыуға мохтаж.
Рөстәм Хәмитовтың мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов менән осрашыуында Башҡорт дәүләт университетының уҡытыу корпустарын реконструкциялау һәм студенттар ҡаласығының яңы торлаҡ комплексын төҙөү мөмкинлектәре тикшерелде. Халыҡ-ара саммиттар барышында ятаҡтың яңы уңайлы корпустарында– оҙатыусылар, ә БДУ-ның физика-математика корпусы ҡаршыһында төҙөлөп ятҡан ҡунаҡханала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитында ҡатнашыусылар урынлаштырыласаҡ, тип көтөлә. Ошонда уҡ БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуы үткәреләсәк. Барлыҡ һорауҙар буйынса ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителде.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: