07:18 (UTC+5), 22 Октября 2012

Граждандарҙың күпселеге Башҡортостан Президентына ышанысын белдерә һәм төбәктәге хәлдәр менән ҡәнәғәт

«Башинформ»
Республика халҡы төбәктәге хәлдәр менән ҡәнәғәт һәм етәкселек эшмәкәрлеген тулыһынса хуплай. «Единая Россия» партияһының Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәге һорауы буйынса Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге менән 28 сентябрҙән алып 9 октябргә тиклем төбәктә үткәрелгән социологик тикшеренеүҙәр ошо хаҡта һөйләй. Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси хәлгә арналған һорау алыуҙа 1200 кеше ҡатнашҡан.
Социологик һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, төбәк халҡы Рәсәй Президенты Владимир Путинға (58%) һәм РФ Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведевҡа (54%) ышанысын белдерә. Һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың өстән ике өлөшө Рөстәм Хәмитовтың республика Президенты вазифаһындағы эшмкәрлеген ыңғай баһалай. Улар Башҡортостан етәксеһенең профессиональ сифаттарына ыңғай баһа бирә. Тәү сиратта халыҡ Президенттың компетентлығын (64%) һәм тәжрибәһен (60%) билдәләй.
Һорау алыуҙа ҡатнашыусылар транспорт мәсьәләләрен хәл итеүҙе (юлдар төҙөү һәм ремонтлау), социаль өлкәләге ыңғай үҙгәрештәрҙе (шул иҫәптән мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләре), төбәктә спортты үҫтереүҙе, яңы торлаҡ төҙөүҙе төбәк властарының ҡаҙаныштары иҫәбенә индерә.
Шул уҡ ваҡытта, республика халҡы ғәмәлдәге йәшәү кимәленең тейешенсә булмауын һәм хеҙмәт баҙарында тотороҡһоҙлоҡ булыуын билдәләй. Шулай ҙа төбәктә йәшәгән халыҡтың 70 процентҡа яҡыны үҙҙәренең матди хәлен «уртаса» тип баһалай.
Социологик һорау алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала «яңы курс»ҡа ихтыяж ҙур. Халыҡтың 48 проценты үҙгәрештәр яҡлы. Әммә улар кардиналь түгел, ә эҙмә-эҙлекле булырға тейеш. Шулай уҡ һорау алыуҙа ҡатнашҡан граждандарҙың 37 проценты ғәмәлдәге системаны ҡырҡа үҙгәртеүгә ыңғай баһа бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика