06:05 (UTC+5), 22 Октября 2012

23 октябрҙә Өфөлә власть вертикален һәм идара итеүҙе реформалаштырыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтә

Марина Шумилова
IV Бөтә Рәсәй социологтар конгресы сиктәрендә 23 октябрҙә Рәсәй сәйәсәте мәктәбе һәм Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы нигеҙендә власть вертикален һәм идара итеүҙе реформалаштырыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтә. Унда Дәүләт Думаһы һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, БР Президенты Хакимиәте вәкилдәре, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән алдынғы ғалим-социологтар ҡатнашасаҡ.
Сарала төбәктәрҙә власть һәм идара итеү органдарын административ реформалаштырыу, дәүләт һәм муниципаль хеҙәткәрҙәрҙе баһалау системаһын камиллаштырыу, халыҡтың власть структураларына ҡарата ышанысын нығытыу өсөн «Асыҡ Хөкүмәт» институтын файҙаланыуға бәйле мәсьәләләр тикшереләсәк.
Түңәрәк өҫтәл ултырышында Башҡортостан Республикаһы халҡының ижтимағи-сәйәси ҡарашы тураһында социологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре тәҡдим ителәсәк. Тикшеренеүҙәр Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәге һәм Рәсәй сәйәсәте мәктәбе һорауы буйынса Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге тарафынан үткәрелгән.
Әлеге сара Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 39 адресы буйынса урынлашҡан Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең конференц залында 14 сәғәттән 16-ға тиклем үтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика