06:49 (UTC+5), 17 Октября 2012

Башҡортостан Президенты Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе менән осрашты

Людмила Терновая
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 17 октябрҙә Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе Виктор Масляков менән эш осрашыуы үткәрҙе.
— Беҙ Рөстәм Зәки улы менән ағас әйләнеше темаһын тикшерҙек, - тип хәбәр итте Виктор Масляков. – Бөгөн Өфөлә үткән конференция исеме ағасты иҫәпкә алыуға бәйле. Әммә ойошторолған форумдың төп маҡсаты – рөхсәтһеҙ ҡырҡылған ағас әйләнеше мәсьәләһен тикшереү. Йәмғиәтебеҙҙә бындай процестарҙың цивилизациялы, законлы булыуы мөһим. Беҙҙең өсөн ағас эшкәртеүгә бәйле барлыҡ процестарҙы күҙәтеп барыу мөмкинлеге булыуы үтә мөһим.
Виктор Масляков билдәләүенсә, бөгөн федераль кимәлдә ағасты иҫәпкә алыу системаһын мәғлүмәтләштереү мәсьәләһе тикшерелә.
— Һәр субъектта һәм округта махсус серверҙар булдырыу планлаштырыла, уларҙа ағас буйынса барлыҡ мәғлүмәт тупланасаҡ, - тине Федераль агентлыҡ етәксеһе. – Ошо йәһәттән беҙҙе Башҡортостан тәжрибәһе ҡыҙыҡһындыра, унда федераль структуралар араһындағы бәйләнештәр яйға һалынған. Система яҡшы эшләһен өсөн, иҫәпкә алыуҙан тыш, процессуаль мәсьәләләр ҙә мөһим. Республикала был система беренсе этабында яҡшы үҙләштерелгән, һәм беҙ республика тәжрибәһен бөтә Рәсәйгә таратырға теләр инек.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика