11:15 (UTC+5), 15 Октябрь 2012

Рөстәм Хәмитов сәйәси партиялар вәкилдәре менән осрашты

Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре менән осрашты.
— Һеҙҙең менән танышырға, Башҡортостанда булған проблемалар хаҡында һөйләшергә теләйем, - тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙы асып. – Беҙ бергә эшләргә тейешбеҙ. Һуңғы ваҡытта Дәүләт Думаһы һәм Рәсәй властары кимәлендә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы яңы сәйәси партиялар барлыҡҡа килә башланы. Бөгөнгө көнгә Юстиция министрлығына партия теркәүгә 200-ҙән ашыу заявка ебәрелгән. Башҡортостанда ғына 23 төбәк бүлексә теркәлгән. Бер яҡтан, был бик яҡшы, сөнки «сағыу гөлләмә» барлыҡҡа килә. Икенсе яҡтан, һәр партия булған мөмкинлектәрҙән файҙаланып ҡына эш итә ала. Мин эшемдә төплө аҡылға һәм булған ресурстарға таянып эш итәм. Ниндәй генә манифестар яҙма, бары бер бөгөнгө хәл менән икәүҙән-икәү тороп ҡалаһың. Ниндәй партия вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, һәр кем беҙ бөгөн шөғөлләнгән эштәр менән шөғөлләнәсәк.
Республика башлығы билдәләүенсә, төбәктә асыҡ сәйәсәт үткәрелә.
— Власҡа ҡаршы барған кешеләр ҙә бар һәм был ғәҙәти күренеш, - тине Рөстәм Хәмитов. – Был донъяүи тәжрибә, уға тыныс ҡарайым. Барыһы ла власҡа килеү, кәрәк икән, үҙгәрештәр индереү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш.
«Яңы Рәсәй» вәкиле Марс Батыров һүҙҙәренсә, дәүләткә ярҙам итеү яңыраҡ булдырылған был партияның төп маҡсаты булып тора. Ә бына «Граждандар платформаһы» партияһы вәкиле Валерий Аббасов ҡануниәтте урындағы үҙидара йәһәтенән камиллаштырыу кәрәклеге хаҡында әйтте, шулай уҡ ул бала баҡсалары етешмәү проблемаһын ҡуҙғатты.
Республика Президенты быға, төбәктә бала баҡсалары мәсьәләһе хәл ителә, тип яуапланы һәм барлыҡ проблемаларҙы бергәләп хәл итергә тәҡдим итте.
— Һеҙ күп түгел, әммә барығыҙ ҙа фекерҙәштәр. Дөйөм алғанда, барлыҡ тәҡдимдәрегеҙ ҡабул ителә, әйҙәгеҙ бергәләп эшләйек, - тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙы йомғаҡлап.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика