05:34 (UTC+5), 10 Октября 2012

Башҡортостан Президенты: «Оптимизм өсөн беҙҙә нигеҙ бар»

Марина Шумилова| фото: Олег Яровиков
Өфөнөң Конгресс-холында Республика көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Унда дәүләт власы органдары етәкселәре, депутаттар корпусы, йәмәғәт ойошмалары һәм дини берләшмәләр вәкилдәре, ветерандар ҡатнашты. Уларҙы Республика көнө менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
—Был – тыуған яҡҡа ҡарата һөйөү, ата-бабаларыбыҙ васыятына, күп милләтле дуҫлыҡҡа һәм берҙәмлеккә ҡарата тоғролоҡ байрамы, - тине республика башлығы. – Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтары хаҡында барыһы ла белә, улар – тәбиғәт бүләге, ә бына республиканың индустриаль ҡеүәте күп быуындарҙың көсөргәнешле хеҙмәте һәм дәрте, уларҙың белеме, һәләте, Ватанды яҡларға әҙер булыуы ярҙамында булдырылған.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, тарихи хәтерҙе һаҡлау, быуындарҙың рухи бәйләнешен нығытыу, геройҙар өлгөһөндә бөгөнгө патриоттар тәрбиәләү дәүләт кимәлендәге мөһим бурыс булып тора.
Быйыл республика бер нисә мөһим ваҡиға билдәләне. Улар иҫәбендә – Башҡортостан нефтенең 80 йыллығы, Белорет ҡалаһына – 250, Туймазыға 100 йыл тулыу, баш ҡала райондарының, шулай уҡ эре предприятиеларҙың юбилейы.
— Быларҙың барыһы ла – төбәк тарихының сағыу биттәре, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты. – Күп быуындарҙың хеҙмәт традициялары бөгөн дә уңышлы дауам итә. Тиҫтәләгән йылдар дауамында булдырылған был ҡеүәт Башҡортостан халҡының именлегенә хеҙмәт итһен өсөн нығытыла. Республика үҙенең алдына яңы бурыстар ҡуя һәм уларҙы уңышлы үтәү өсөн беҙгә йәмғиәттең бөгөнгө талаптарына ярашлы эшләргә кәрәк.
— Беҙгә бөтә кимәлдәрҙә лә мобиль һәм һөҙөмтәле эшләгән берҙәм команда кәрәк, - тине Рөстәм Хәмитов. – Команда төбәктең иҡтисади-социаль хәле, балаларҙан алып ветерандарға тиклем – барлыҡ республика халҡының именлеге өсөн яуаплылыҡты тулыһынса үҙ өтөнә алырға тейеш. Яңы идара итеү моделен булдырыу – заман талабы. Беҙгә Башҡортостандың йылдам үҫешкән төбәк – Рәсәй Федерацияһы лидеры булараҡ позицияһын нығытыу зарур. Халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу, социаль, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәләрен нығытыу, ҙур күләмдәрҙә арзан торлаҡ төҙөүҙе үҫтереү, әсәлек һәм балалыҡты нығытыу, социаль әһәмиәтле объекттар төҙөү, ҡайтанан тергеҙелгән производстволарҙа заманса эш урындарын булдырыу, эш хаҡын арттырыу кеүек йүнәлештәрҙә күҙәтелгән ыңғай үҙгәрештәргә йылдамлыҡ өҫтәү өсөн был айырыуса мөһим. Мәсьәләләр бихисап, әммә оптимизм өсөн беҙҙә нигеҙ бар. Башҡортостанда һуңғы ваҡытта ыңғай үҫеш динамикаһы күҙәтелә.
Рөстәм Хәмитов республиканың ыңғай үҙгәрештәре хаҡында һөйләгән аныҡ күрһәткестәр менән таныштырҙы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика