05:37 (UTC+5), 09 Октябрь 2012

Төбәк башлығы эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу яҡлы

Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 8 октябрҙә «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының «Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе» номинацияһында республика һәм федераль этаптарҙа еңеүселәр һәм призерҙар менән осрашты. Сарала бәйгенең республика этабында – беренсе, федераль этабында икенсе урын яулаған электросварщик Валерий Артюхов («Уралсибнефтепровод» асыҡ акционерҙар йәмғиәте), республика этабы призерҙары Максим Леликов («Уралсибнефтепровод» асыҡ акционерҙар йәмғиәте), Александр Зеленин («Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) ҡатнашты. Шулай уҡ осрашыуҙа БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм «Свартэкс» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Атрощенко булды.
Республика Президенты конкурста ҡатнашыусыларҙы яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлап, рәхмәтен белдерҙе.
— Эшсе һөнәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу кәмей, - тип билдәләне ул. – Беҙҙә квалификациялы кадрҙар дефициты күҙәтелә. Һеҙ үҙ оҫталығығыҙ менән кәрәкле эш башҡарыуығыҙҙы һәм иң яҡшылары булыуығыҙҙы иҫбатланығыҙ.
Рөстәм Хәмитов электросварщиктарҙан уларҙың эш шарттары һәм көнкүреш мәсьәләләре хаҡында һорашты. Асыҡланыуынса, уларҙың барыһы ла юғары белемле йәки уҡыуҙарын дауам итә һәм оҫталыҡтарын арттыра. Республика башлығы иретеп йәбештереүселәргә иҫтәлекле ҡул сәғәттәре тапшырҙы.
— Башҡортостан Президенты ярҙамы менән республикала эшсе һөнәрҙәрҙе үҫтереүгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелер, тигән ышаныста ҡалабыҙ, - тине осрашыу аҙағында Валерий Артюхов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика