Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Октябрь 2012, 17:43
Рөстәм Хәмитов Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды
Республика көнөн билдәләү сиктәрендә 9 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, республика Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды.
Тантаналы сарала Башҡортостандың дәүләт власы органдары етәкселәре, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Дуҫлыҡ монументы Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуына 400 йыл тулыуға ҡарата төҙөлгән. Өфөлә Республика көнөн билдәләүҙе был һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башлау матур йолаға әүерелгән.
Автор:
Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин
Теги:
республика көнө
дуҫлыҡ монументы
сәскәләр һалыу
Читайте нас