06:26 (UTC+5), 08 Октябрь 2012

Башҡортостан Президенты: «Хәҙер Октябрьский нефтселәр төбәге генә түгел, хәйриә баш ҡалаһы ла»

Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин
— Октябрьский изге күңелле кешеләр ҡалаһына әйләнергә тейеш, - тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Октябрьскийҙа үткән Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советының күсмә ултырышында. – Был ҡала беренсе булып хәйриә марафонын үткәрә башланы. Ай ярым эсендә бында йөҙләгән балаға ярҙам күрһәтелде. Хәҙер Октябрьский нефтселәр төбәге генә түгел, хәйриә баш ҡалаһы ла.
Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Молчанов һүҙҙәренсә, «Изгелекте бергәләп эшләү!» марафонын башлар алдынан, тәү сиратта, хәйриә ярҙамы күрһәтеләсәк кешеләр төркөмдәре билдәләнгән.
— Бер юлы барыһына ла ярҙам күрһәтеү мөмкин түгел, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Молчанов. – Шуға күрә иғтибарҙы балаларға йүнәлтергә булдыҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Изгелекте бергәләп эшләү!» марафонында тәүгеләрҙән булып етем балаларға, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, шулай уҡ ҡаты ауырыған балаларға ярҙам күрһәтелде.
Әлеге марафонда урындағы халыҡ ҡына түгел, предприятиелар ҙа ҡатнаша. Уның сиктәрендә 2012 йылдың август-сентябрь айҙарында үткәрелгән «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» акцияһы барышында 259 балаға ярҙам күрһәтелгән. Йәмғеһе 1 миллион 140 мең һум аҡса тотонолған.
Шулай уҡ ҡалала ҡаты сиргә дусар булған балаларға ярҙам йөҙөнән акция ойошторола. Уларҙы дауалауға иҫәпкә 1 миллион 240 мең һум аҡса күсерелгән. Билдәләп үтәйек, хәйриә марафоны иҫәбенә аҡсалар әле лә ҡабул ителә.
Ултырышта инвалид балаларға ярҙам итеү мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды. Ундай балаларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләр исеменән «Әсә йөрәге» әсәләр советы рәйесе Гөлшат Ибраһимова сығыш яһаны. Ул совет эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, шулай уҡ балаларҙың шифаханаларҙа дауаланыу мәсьәләһен күтәрҙе. Уның һүҙҙәренсә, махсус дауалау йорттары конкурстарҙа ҡатнашмай, шуға күрә инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ташлама менән дауалана алмай.
Ултырышта шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлештәге ойошмалар эшмәкәрлегенә ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде. БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев белгестәр өсөн күсмә семинарҙар ойошторорға тәҡдим итте. Ултырышта ҡатнашыусылар иһә хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән эре ойошмалар һәм айырым кешеләр өсөн дәртләндереү сараларын булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ултырышта әйтеп ишеттерелгән барлыҡ тәҡдимдәр ҙә яҡын арала тикшереләсәк һәм һәр береһе буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика