12:46 (UTC+5), 26 Сентября 2012

Төбәктә Дәүләт кадрҙар сәйәсәте концепцияһы ҡабул ителде

Марина Шумилова
26 сентябрҙә Өфөлә, Республика йортонда Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Кадрҙар комиссияһының икенсе ултырышы үтте.
— Беҙҙә кадрҙар менән эшләү буйынса хәл ябай түгел, - тип билдәләне республика Президенты Рөстәм Хәмитов, ултырышты асып. – Бер яҡтан, дәүләт граждандар һәм муниципаль хеҙмәт кадрҙарын формалаштырыу, тейешле конкурстар үткәреү буйынса яҡшы нигеҙ булдырылған. Бөгөн Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының иң аҙ һанлы чиновниктар аппараты булған субъекттары иҫәбендә: республикала йәшәгән 10 мең кешегә 54 дәүләт хеҙмәткәре тура килә. Был күрһәткес буйынса илдең 83 төбәге араһынан беҙ 78-се урында торабыҙ.
Һуңғы өс йыл эсендә министрлыҡ һәм ведомстволарҙы оптималләштереү һөҙөмтәһендә Башҡортостанда дәүләт хеҙмәткәрҙәренең һаны яҡынса 13 процентҡа кәмеп, әлеге ваҡытта алты мең кешене тәшкил итә.
Республика башлығы дәүләт хеҙмәткәрҙәренең белем кимәленә иғтибарын йүнәлтте. Компетентлығы бик түбән кимәлдәге ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр менән көн һайын тиерлек осрашырға тура килә, тине ул.
— Республика алдында түбәндәге етди бурыстар тора: конкуренцияға һәләтле инновацион иҡтисад булдырыу, бюджет керемдәрен арттырыу, сығымдарҙы тәртипкә килтереү, яңы эш урындарын йәлеп итеү һәм булдырыу, эш хаҡын арттырыу, арзан торлаҡ төҙөү, һаулыҡ һаҡлау һәм белем биреү сифатын яҡшыртыу, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Был маҡсаттарға ирешеү өсөн компетентлы һәм яуаплы кадрҙар, һөҙөмтәле кадрҙар сәйәсәте кәрәк.
Башҡортостан Президенты кадрҙар менән эшләүҙе яҡшыртыу өсөн хәл итеүҙе талап иткән бер нисә проблеманы атаны. Улар иҫәбендә – идара итеү кадрҙарын әҙерләү сифатын яҡшыртыу, кадрҙар резервы менән эшләү кимәлен күтәреү.
— Ҡуйылған бурыстарҙы иҫәпкә алып, кадрҙар менән системалы эшләр өсөн, беҙҙә Дәүләт кадрҙар сәйәсәте концепцияһы булырға тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Ултырышта ҡатнашыусылар дәүләт һәм урындағы үҙидара органдары системаһында Кадрҙар сәйәсәте концепцияһы проектын, шулай уҡ кадрҙар комиссияһының эш төркөмдәре менән әҙерләнгән Республика кадрҙарҙы һынау үҙәге тураһындағы Положениены тикшерҙе. Ике документ та БР Президенты ҡарамағындағы Кадрҙар комиссияһы менән раҫланды.
Ултырышта был документтарҙы тормошҡа ашырыу механизмдары тикшерелде. Республика Президенты ҡушыуы буйынса ноябргә тиклем Кадрҙар сәйәсәте концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса план әҙерләнәсәк.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика