13:32 (UTC+5), 26 Сентября 2012

Рөстәм Хәмитов: «Электрон университет дәүләт хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү өсөн яңы мөмкинлектәр бирә»

Марина Шумилова
Электрон университет дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү өсөн яңы мөмкинлектәр бирә, тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Кадрҙар комиссияһы ултырышында.
Һәр тармаҡта ла белем кимәлен үҫтереп тороу зарур. Быны электрон белем алыу ысулы менән тиҙ арала башҡарып була. Бындай тәжрибә Көньяҡ Кореяла, Төркиәлә ҡулланыла.
— Октябрь башында үҙ илендә генә түгел, ә донъя кимәлендә лә уңыштар ҡаҙанған кешеләр менән осрашыу үткәрәбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов. – Әйҙәгеҙ электрон белем алыу аша республиканы белгестәр әҙерләү буйынса тейешле йүнәлешкә бороп ҡарайыҡ.
Электрон университетта белем биреүгә Башҡортостандың иң яҡшы ғилми хеҙмәткәрҙәрен, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәрен йәлеп итеү планлаштырыла. Башҡортостан Президенты был университетта лекциялар менән сығыш яһарға әҙер булыуын белдерҙе.
Кадрҙар комиссияһы ултырышында билдәләнеүенсә, Башҡортостанда бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса уңышлы миҫалдар бар. Мәҫәлән, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Асыҡ университет» проекты эшләп килә. Ул интернетта республика уҡытыусыларын берләштерә. Хәҙер уға һәләтле балалар ҙа йәлеп ителә башланы.
БР Президенты ҡарамағындағы кадрҙар комиссияһы ағзалары фекеренсә, «Электрон университет» проекты сиктәрендә Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарының консорциумын булдырыу электрон белем биреүгә республиканың фәнни мөмкинлектәрен йәлеп итеү, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе, депутаттар корпусын, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары хеҙмәткәрҙәрен юғары кимәлдәге белем алыуға йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.
БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры, кадрҙар комиссияһы ағзаһы Сергей Лаврентьев был системаны ғәмәлдә ҡулланыр өсөн уны тейешле хәлгә килтереү буйынса эш төркөмөн булдырырға тәҡдим итте.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика