Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.86
0
92.14
0
63.99
+0.08
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Сентябрь 2012, 19:04

Михаил Бабич Волга буйы федераль округы төбәктәре мосолмандарының Диниә назараттары вәкилдәре менән осрашты

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә, Республика йортонда Волга буйы федераль округы төбәктәре мосолмандарының Диниә назараттары вәкилдәре менән осрашты.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар теракт һөҙөмтәһендә һәләк булған билдәле дин белгесе, Татарстан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Вәлиулла Яҡуповты бер минут тын тороп иҫкә алды.
Михаил Бабич билдәләүенсә, Ҡазандағы фажиғәле ваҡиғалар Татарстанда ғына түгел, ә тотош Рәсәй йәмғиәтендә булған проблемалар хаҡында һөйләй. Әлеге ваҡытта теракт тикшерелә, шулай уҡ уға сәбәп булған шарттар ҙа өйрәнелә.
— Бындай күренештәрҙең таралыуына ҡаршы көрәштә ныҡлы уртаҡ позициябыҙ булмай тороп, һөҙөмтәләргә ирешеү ауыр буласаҡ, - тип белдерҙе Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле.
Осрашыуҙа ислам дине буйынса белем биреү, ваххабизм таралыуына ҡаршы көрәш мәсьәләләре, шулай уҡ Татарстан Республикаһының тәжрибәһе тикшерелде. Теракттан һуң унда сит илдә белем алыуға, ТР мосолмандарының Диниә назараты, мәсеттәр, имамдар менән үҙ-ара эш итеүгә, уларҙың эшен ойоштороуға ҡарата мөнәсәбәттәрҙе принципиаль үҙгәрткән бер нисә ҡарар ҡабул ителде. Михаил Бабич фекеренсә, Татарстандың тәжрибәһе Волга буйы федераль округы төбәктрендә генә түгел, тотош илдә лә иғтибарға лайыҡ. Сөнки Рәсәй Федерацияһының күпселек төбәктәрендә Урта Азия республикаларынан сыҡҡан кешеләр һаны күбәйә, улар үҙҙәренең дини йолаларын һәм традицияларын көсләп таға башлай.
— Һөжүм итеү позицияһы кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Бабич. – Быға ҡаршы көрәш системалы характерҙа булырға тейеш.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов осрашыуҙа ҡатнашыусыларға республикалағы конфессиональ хәл тураһында һөйләне. Башҡортостанда 12 дини үҙәк, 1583 дини ойошма эшләй, тип билдәләне ул. Дини ойошмаларҙың 88 проценттан ашыуы – ислам (67 процент) һәм православие (21 процент) диндәренә ҡарай. Шул уҡ ваҡытта, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республикала имамдарҙы ислам дине ҡанундарына таянып әҙерләүгә баҫым яһала.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар дәүләт власы органдарының конфессиялар менән үҙ-ара килешеп эш итеүен камиллаштырыуға йүнәлтелгән конструктив тәҡдимдәр индерҙе. Осрашыу аҙағында Михаил Бабич билдәләүенсә, бюджеттан финансланған һәм ислам дине буйынса белем биреүгә йүнәлтелгән программаларҙың ни тиклем һөҙөмтәле эшләүен, был программаларға мәҙрәсә һәм ислам университеттарының ниндәй кимәлдә йәлеп ителгән булыуын асыҡлау өсөн киләһе бындай осрашыу Мәғариф министрлығы, дәүләт юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән үтәсәк.
Автор:Марина Шумилова
Читайте нас: