07:30 (UTC+5), 17 Сентябрь 2012

Төбәк башлығы Саҡмағош районында булды

«Башинформ»
5 сентябрҙә Башҡортостан Президены Рөстәм Хәмитов Саҡмағош районы буйлап эш сәфәре барышында Йомаш ауылына 200 йыл тулыуға арналған байрамда ҡатнашты, яңы асылған мәҙәниәт йортон ҡараны, шулай уҡ район үҙәгендә ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәһендә булды.
Юбилей айҡанлы театрлаштырылған тамаша ойошторолдо. Бынан һуң Рөстәм Хәмитов Йомаш халҡын байрам менән ҡотлап, ауылдың күренекле кешеләренә Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Советтар Союзы Геройы Николай Васильев, Дан орденының тулы кавалеры Сәлихйән Сәлихов, шулай уҡ бер нисә тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы Владимир Капитонов менән Йомаш ауылы халҡы хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Шул уҡ көндө Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы өлкәһендә тормошҡа ашырылған ҙур инвестиция проекттарының береһе менән танышты. Проект Саҡмағош һөт заводын капиталь реконструкциялауҙы күҙ уңында тота.
Шәхси инвестор ҡулына тапшырылған һөт заводы ике йыл эсендә яңы һулыш алған. Заводты реконструкциялауға һәм ҡайтанан йыһазландырыуға 550 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Дөйөм алғанда 2014 йылға тиклем бер миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итеү планлаштырыла.
Ағымдағы йылдың сентябрендә эшләй башлаған беренсе линия тәүлегенә 150 тонна һөт эшкәртә. 2013 йылда асыласаҡ икенсе линия был күрһәткесте 200 тоннаға тиклем арттырасаҡ. 2014 йылда, өсөнсө линия булдырылғандан һуң, завод тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ. Ул саҡта бында тәүлегенә 400 тонна һөт эшкәртеләсәк, ә «Ҡурай иле» бренды аҫтында 37 төр продукция етештереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика