06:44 (UTC+5), 17 Сентября 2012

Республика Президенты «Бөрө алмаһы» төбәк-ара фестивале сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты

Любовь Колоколова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Бөрө алмаһы» төбәк-ара фестивале сиктәрендә республиканың бәләкәй һәм урта ҡалаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты.
— Бөгөн бәләкәй ҡалалар темаһы көнүҙәк булып тора, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Өфө лә, Мәскәү менән сағыштырмаса, ҙур ҡала түгел. Шуға күрә бәләкәй ҡалалар исемлегенә 20-50 мең кеше йәшәгән ҡалаларҙы индерергә була.
Республика башлығы бәләкәй ҡалаларҙа иҡтисади тормоштоң булмауын, уларҙа мөһим объекттарҙың әҙ төҙөлөүен билдәләне һәм беҙгә бындай хәлдә ҡалырға ярамағанын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шулай ҙа бәләкәй ҡалалар үҫеш мөмкинлектәренә эйә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Уларҙа ер арзан, коммуникациялар тоташтырылған, эшселәр һаны күп. Быларҙың барыһы ла рентабелле предприятиелар төҙөү мөмкинлеген бирә.
— Республикала бәләкәй ҡалаларҙа яҡынса 300 мең кеше йәшәй, был ҙур һан, - тине Башҡортостан Президенты. – Инвестициялар йәлеп итеү көндәлек эшкә әүерелһен өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Беҙҙә бихисап программалар ҡабул ителә, әммә алға китеш күҙәтелмәй.
Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, көстәрҙе айырым территорияларҙа туплап, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәргә ирешеү зарур.
— Бәләкәй ҡалалар бәләкәй бизнесты үҫтереү территорияһы булып тора, - тип билдәләне ул. – Брендтарҙы, туризм өлкәһен үҫтереү өҫтөндә етди уйларға кәрәк. Алдағы йылда Бөрө ҡалаһы 350 йыллығын билдәләй. Беҙ был ҡаланың тарихи хәтерен тергеҙеү, туристар йәлеп итеү, ҡунаҡханалар төҙөү хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ, әммә был йәһәттән алға китеш юҡ әлегә. Быға нисек ирешеү өҫтөндә бергәләп уйлайыҡ. Мин ярҙам итергә әҙер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика