Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.14
-0.32
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Сентябрь 2012, 11:45

Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Мордовия Республикаһында булды

14 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге рәсми делегация Мордовия Республикаһында булды. Саранск аэропортында уны Мордовия башлығы Владимир Волков ҡаршы алды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостан делегацияһы Һыу спорты төрҙәре һарайында, «Рәсәй менән мәңгегә» комплексында булды. Артабан делегация «Технопарк-Мордовия» автономиялы учреждениеһы мәғлүмәт-иҫәпләү комплексы эшмәкәрлеге менән танышты. Ғилми үҙәктең электрон хөкүмәт системаһын булдырыу буйынса ҡыҙыҡлы тәҡдимдәре бар. Шулай уҡ комплекста электрон университет булдырыу буйынса проект тормошҡа ашырыла. Заманса элемтә һәм телекоммуникация саралары ярҙамында донъя кимәлендәге белгестәр Мордовия инженерҙары өсөн лекция уҡый. Бөгөн ғилми үҙәктә 96 кеше эшләй.
Артабан делегация «Сарансккабель-Оптика» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, «Технопарк-Мордовия»ның инновация-етештереү комплексында булды. «Технопарк» инновациялар әҙерләү һәм уларҙы коммерциялаштырыу үҙәге булып тора, ул ғилми ойошмаларҙы, юғары уҡыу йорттарын һәм төбәктең производство предприятиеларын берләштерә. Мордовия Республикаһы башлығы Владимир Волков һүҙҙәренсә, технопаркта 5 мең эш урыны булдырыласаҡ. 2012 йыл аҙағына комплекстың икенсе сиратын асыу планлаштырыла. Башҡортостан Президентын компания резиденттарының проекттары менән таныштырҙылар.
«Технопарк» инновация-етештереү комплексында Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙәге берҙән-бер яҡтылыҡ сығанаҡтары музейында, инновацион проекттар күргәҙмәһендә булды. Башҡортостан Президенты ҡайһы бер проекттарҙың ҙур мөмкинлектәргә эйә булыуын билдәләне.
Бынан һуң Башҡортостан делегацияһы Саранск ҡалаһының заманса инфраструктура объекттарында булды. Рөстәм Хәмитов Мордовия Республикаһы башлығы Владимир Волков оҙатыуында Республика клиник дауаханаһын, Чегин исемендәге Олимпия уйындарына әҙерлек үҙәген, төҙөлөп ятҡан футбол-еңел атлетика манежын, «Мордовия» спорт комплексын, ВМХ велоспорт үҙәген ҡарап сыҡты.
Мордовия Республикаһы йортонда Башҡортостан Хөкүмәте менән Мордовия Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ биш йылға иҫәпләнгән. Уға ярашлы, ауыл хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль яҡлау, туризм, фән һәм юғары технологиялар, транспорт, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, мәҙәниәт өлкәләрендә ике яҡлы һәм күп яҡлы төбәк-ара программалар һәм проекттар әҙерләү ҡарала.
Автор:«Башинформ»
Читайте нас: