11:14 (UTC+5), 17 Сентября 2012

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың саммиттар үткәреүгә әҙерлек кимәленә баһа бирҙе

Ғәлиә Нәбиева
— Өфөнөң, Башҡортостандың саммиттар үткәреүгә әҙерлек кимәле, Алыҫ Көнсығыш төбәктәре менән сағыштырмаса, юғарыраҡ, - тине Башҡортостан Президенты «Вести Башкортостан. События недели» тапшырыуының тура эфирында.
Төбәктә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең саммиттарын үткәреү айҡанлы республика «аҡса ямғырына» өмөт итмәй, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
— Әммә аэропортты яңыртыуға ресурстар алып булыр, тип ышанабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. – Затон биҫтәһендә яңы күпер төҙөү өсөн дә аҡса алыуға иҫәп тотабыҙ. Шулай уҡ Өфөлә яр буйы урамы төҙөлөр, тип ышанабыҙ.
Халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы үткәреү өсөн Өфө йәнә бер нисә мәҙәни, спорт объектын, ҡунаҡханалар төҙөүгә иҫәп тота ала, тине Рөстәм Хәмитов.
— Төҙөлөш паритетлы нигеҙҙә финансланасаҡ, - тип билдәләне төбәк башлығы. – Финанслауҙың ҙур өлөшөн Федерация үҙ өҫтөнә аласаҡ, әммә республика бюджетынан да ҙур сумма бүленәсәк. Тәү сиратта был аэропорт вокзалын яңыртыуға ҡағыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика