13:54 (UTC+5), 17 Сентябрь 2012

Көнсығыш илдәре компаниялары менән иҡтисади бәйләнештәр булдырыу зарур, тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты

Ғәлиә Нәбиева
Предприятиелар төҙөгәндә Башҡортостан йыш ҡына Көнбайыш технологияларына таяна.
— Шул уҡ ваҡытта бөгөн донъяның иҡтисади үҫешенә Көнсығыш ныҡ ҡына йоғонто яһай, - тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «Вести – Башкортостан. События недели» тапшырыуында республика халҡының һорауҙарына яуап биреп. – Беҙгә Көньяҡ Көнсығыш, Урта Көнсығыш һәм Азия компаниялары менән тығыҙыраҡ эшләргә кәрәк.
Республика Президенты Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең саммиттарына әҙерлек сиктәрендә төбәктә бындай эштең башланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Республика өсөн яҡшы мөмкинлек асыла – ул был халыҡ-ара ойошмаларға ингән илдәргә үҙе хаҡында һөйләй ала, - тип иҫәпләй төбәк башлығы. – Был илдәрҙең бизнесы менән иҡтисади бәйләнештәр булдырырға тейешбеҙ. Республикабыҙ бындай мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырырға тейеш түгел.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, йылдам үҫеш йәһәтенән «технологиялары булған Көнбайыш та, һәм үҙенең философияһы булған Көнсығыш та беҙҙең өсөн яҡшы».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика