11:29 (UTC+5), 13 Сентября 2012

Рөстәм Хәмитов: «Республикабыҙ спортсылары Рәсәй йыйылма командаһының еңеүенә айырыуса ҙур өлөш индерҙе»

Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков
— Республикабыҙ спортсылары Рәсәй йыйылма командаһының еңеүенә айырыуса ҙур өлөш индерҙе – улар 12 алтын һәм 5 көмөш миҙал яуланы. Рәсәй йыйылма командаһында булған юғары келәймәле миҙалдарҙың өстән бер өлөшө – был ҙур уңыш һәм һеҙҙең ҡаҙаныш! Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайым! Һәм Сочиҙа үтәсәк ҡышҡы Уйындарҙа ла Башҡортостан паралимпиясылары еңеүҙәргә өлгәшеп, беҙҙең көйәрмәндәрҙе ҡыуандырыр, тип ышанам, - тип билдәләне паралимпиясылар менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
Лондонда 2012 йылғы Паралимпиадала ҡатнашыусыларҙы, чемпиондарҙы һәм призерҙарҙы ҡотлау тантанаһы Республика йортонда 13 сентябрҙә үтте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй йыйылма командаһы дөйөм команда иҫәбендә Ҡытайҙан ҡала икенсе урын яулап, Паралимпия уйындарында сығыш яһау тарихында иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Рәсәй спортсылары 102 награда – 36 алтын, 38 көмөш һәм 28 бронза миҙал яуланы.
Башҡортостандың 8 спортсыһы 2012 йылғы Паралимпия уйындарында 17 миҙал яуланы (12 «алтын» һәм 5 «көмөш»). Улар – йөҙөүсе Оксана Савчено (биш алтын), еңел атлеттар Алексей Лабзин (ике алтын, бер көмөш миҙал), Елена Паутова, Андрей Коптев, Анастасия Овсянникова (берәр алтын миҙал), Анна Сорокина (бер көмөш миҙал), йөҙөүселәр Александр Неволин-Светов (бер алтын һәм өс көмөш миҙал), Михаил Зимин (бер алтын миҙал).
Паралимпиада-2012 геройҙарына хәҙер педагог ролен дә башҡарырға кәрәк буласаҡ, тине Рөстәм Хәмитов. Уларға үҙҙәренең өлгөһөндә сәләмәт һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итергә, мәктәп уҡыусылары, студенттар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрергә тәҡдим ителде. Бындай уңыш спорт йәһәтенән генә түгел, иҡтисади күҙлектән дә бик мөһим – уңышлы сығыш яһау республикаға инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.
— Беҙ Рима Аҡбирҙе ҡыҙы менән Паралимпия үҙәген булдырыу хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ, - тине республика башлығы, Башҡортостанда бындай мөһим спорт бинаһын төҙөү тураһында пландар менән бүлешеп. Уның дөйөм хаҡы яҡынса ике-ике ярым миллиард һум тәшкил итә. Был бик ҙур сумма.
Рөстәм Зәки улы шулай уҡ тренерҙар эшмәкәрлегенә лә юғары баһа бирҙе.
Башҡортостан Президенты 2012 йылғы Паралимпия уйындары чемпиондары һәм медалистары Оксана Савченко, Алексей Лабзин, Александр Неволин-Светов, Елена Паутова, Михаил Зимин, Анастасия Овсянникова, Андрей Коптев, Анна Сорокинаға, шулай уҡ Паралимпиада-2012 призеры Илья Первухинға фатир алыуға сертификаттар тапшырҙы.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика