11:59 (UTC+5), 12 Сентября 2012

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе журналистар менән осрашты

Марина Шумилова | фото: Альберт Хәсәнов
БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев 12 сентябрҙә республиканың киң мәғлүмәт саралары - «Республика Башкортостан», «Башҡортостан», «Кызыл таң» гәзиттәре һәм «Башинформ» агентлығы журналистары менән осрашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республикала барған муниципаль һайлау кампанияһы хаҡында һөйләште. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе менән бындай һөйләшеүҙәр йолаға әүерелә. Улар киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә һайлауҙар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплау мөмкинлеген бирә.
Хәйҙәр Вәлиев билдәләүенсә, киң мәғлүмәт сараларында һайлауҙар тураһында сифатлы һәм оператив мәғлүмәт биреү һайлау комиссияларына ҙур ярҙам булып тора.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 4814 һайлау кампанияһы үткәрелә, тип хәбәр итте БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. Дөйөм алғанда һайлауҙарҙа Рәсәйҙең 76 төбәгенән (илдә улар 83) 22 миллион кеше ҡатнашасаҡ. Башҡортостанда 14 октябрҙә – Берҙәм тауыш биреү көнөндә 54 муниципаль район Советтарына депутаттар һайланасаҡ. Бынан тыш, ҡайһы бер ауыл биләмәләре Советтарына депутатлыҡҡа төп һәм өҫтәмә һайлауҙар, Дүртөйлө ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутатлыҡҡа һайлауҙар, Туймазы ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутатлыҡҡа өҫтәмә һайлауҙар үтәсәк.
Барлыҡ һайлауҙар мажоритар система буйынса үткәрелә, тип аңлатты Хәйҙәр Вәлиев. Сөнки ҡатнаш система (бер мандатлы округтар һәм партия исемлектәре) буйынса һайлауҙар составында 20-нән ашыу депутат булған вәкәләтле органдар өсөн ҡаралған. Алдағы муниципаль һайлауҙарҙа иһә составында 20-нән кәмерәк депутат булған Советтар һайланасаҡ.
— Әммә был партияларҙың муниципаль һайлауҙарҙа ҡатнашмаясағын аңлатмай, - тип билдәләне Хәйҙәр Вәлиев. – Ун партия теркәлгән кандидаттарҙың (уларҙың һаны 2949) яртыһынан күберәген (1754) тәҡдим иткән. Үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүселәр һаны – 1195 кеше. Тимәк, урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлауҙар халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика