10:38 (UTC+5), 12 Сентября 2012

Астанала ТӨРКСОЙ ағзалары булған илдәрҙең вәкилдәре кәңәшмә үткәрәсәк

Галина Бахшиева
Башҡортостан делегацияһы ТӨРКСОЙ ағзалары булған илдәрҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса милли комиссиялары һәм комитеттары вәкилдәренең өсөнсө кәңәшмәһендә ҡатнашасаҡ. Сара Астанала 13-14 сентябрҙә үтә.
ЮНЕСКО-ның барлыҡ эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса ТӨРКСОЙ ағзалары булған илдәрҙең хеҙмәттәшлеген нығытыу Ҡаҙағстанда үтәсәк ҙур ултырыштың төп маҡсаты булып тора.
Сарала төрки телле халыҡтарҙың тәбиғәт ҡомартҡыларын, мәҙәни һәм документаль мираҫы объекттарын һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Шулай уҡ мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм коммуникациялар өлкәләрендә уртаҡ программалар һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшереләсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Ике көнлөк кәңәшмә эшендә ТӨРКСОЙ ағзалары булған илдәрҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса милли комиссиялары һәм комитеттары вәкилдәре, ЮНЕСКО эштәре буйынса милли комиссиялар етәкселәре, ЮНЕСКО-ның милли комитеттары һәм программалары рәйестәре ҡатнашасаҡ.
Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында: БР Мәғариф министрлығы, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР Мәҙәниәт министрлығы, БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм республиканың Бөрйән районы хакимиәте вәкилдәре.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ТӨРКСОЙ ағзалары булған илдәрҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса милли комиссиялары һәм комитеттары вәкилдәренең өсөнсө кәңәшмәһендә шулай уҡ республикала «Башҡортостан Уралы» биосфера резерватын булдырыу мәсьәләһе лә тикшереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика