10:00 (UTC+5), 11 Сентября 2012

20 сентябрҙә Башҡортостан парламентының пленар ултырышы үтә

Марина Шумилова
Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 55-се ултырышы 20 сентябрҙә үтә. Бындай ҡарар 11 сентябрҙә, республиканың Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында ҡабул ителде. Алдағы пленар ултырыштың көн тәртибендә – өс тиҫтә һорау.
«Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы БР законының 7-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһының Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында хәйриә эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы тураһында», «Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһында халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү тураһында», «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» алты республика закон проекты закон статусы аласаҡ, тип көтөлә.
Икенсе уҡыуҙа депутаттар «Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында», «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә халыҡты пассажир автомобиль транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһында» закондарына үҙгәрештәр индергән республика закон проекттарын, шулай уҡ БР Экология кодексын тикшерәсәк.
Беренсе уҡыуҙа парламентарийҙар 12 закон проектын ҡараясаҡ. Улар иҫәбендә - «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау тураһында»ғы БР законы проекты, «Башҡортостан Республикаһында урындағы референдум тураһында», «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында», «Янғын хәүефһеҙлеге тураһында», «Халыҡты һәм территорияларҙы тәбиғи һәм техник характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән яҡлау тураһында», «Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында», «Мәғариф тураһында», «Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спорт тураһында», «Башҡортостан Республикаһында туристик эшмәкәрлек тураһында» закондарға, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексының 20-се статьяһына үҙгәрештәр индергән закон проекттары.
Шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың РФ Бюджет кодексына үҙгәрештәр индергән федераль закон проекттарын Дәүләт Думаһына индереү буйынса ике закондар сығарыу инициативаһы тикшереләсәк.
Ултырышта депутаттар БР Конституция Суды судьяһы һәм Башҡортостандың айырым суд участкаларына мировой судья вазифаларына кандидатуралар һайлаясаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика