04:45 (UTC+5), 10 Сентября 2012

Рөстәм Хәмитов: «Рәсәй төбәктәре инвестор өсөн үҙ-ара конкуренция алып бара»

Ғәлиә Нәбиева
— Бөгөн төбәктәр инвестор өсөн үҙ-ара конкуренция алып бара, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, РБК мәғлүмәт агентлығында журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Башҡортостан башлығының матбуғат конференцияһы инвестор өсөн көрәштә төбәктең конкурентлыҡ өҫтөнлөктәренә арналды.
— Инвесторҙан баш тартҡан бер генә төбәк башлығы ла юҡ, - тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Инвестор килһен өсөн, һәр кем үҙендә идеаль мөхит булдырырға тырыша.
Шул уҡ ваҡытта ҙур бизнес вәкилдәре төбәк баҙарҙарына сығыу менән бәйле булған барлыҡ хәүефтәрҙе тикшереп ҡарай. Әгәр ҙә урындағы власть эшләү өсөн уңайлы шарттар гарантиялай алмай икән, эшлекле даирәлә шик тыуа.
— Шуға күрә был йәһәттән инвесторға Федерация субъекттары менән эшләү хәйерлерәк, - тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты. – Беренсенән, федераль властың үҙенең бурыстары бар, ә инвесторҙар менән эшләү төбәк власы бурыстарына инә. Административ кәртәләргә йоғонто яһау йәһәтенән мөмкинлектәребеҙ, хоҡуҡтарыбыҙ ни тиклем күберәк булған һайын, шул тиклем шәберәк һәм яҡшыраҡ үҫешәсәкбеҙ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика