10:26 (UTC+5), 07 Сентябрь 2012

Республика Президенты: «Төбәктә динамикалы идара итеү системаһын булдырырға теләйбеҙ»

Галина Бахшиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 6 сентябрҙә РБК мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республика Хөкүмәте менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә алыуы хаҡында шундай һүҙҙәр әйтте.
— Башҡортостан Конституцияһында, республика президенты хөкүмәткә етәкселек итә, тип яҙылған. Юридик йәһәттән был шулай, әммә ғәмәлдә улай булманы, - тип аңлатты Рөстәм Хәмитов. – Хөкүмәткә премьер етәкселек итте. Һәм күпселек йәһәттән был финанс сәйәсәткә ҡағылды. Әлбиттә, президент йүнәлеш бирә, әммә премьер барыһын да тормошҡа ашырҙы.
Президент һүҙҙәренсә, мәғлүмәт киңлеге әле бик тығыҙлана. Ҡарарҙар ҡабул иткән кешенән сигналдар бик тиҙ үтергә тейеш. Рәсәй Федерацияһының һәр субъектында иһә бындай ҡарарҙарҙы төбәк башлығы ҡабул итә.
— Параллель структуралар, төрлө тармаҡтар барлыҡҡа килһә, мәғлүмәт ебәреү программаһында өҙөклөктәр килеп тыуа һәм, әлбиттә, улар шунда уҡ һиҙелә. Шуға күрә бында бер ниндәй ҙә хәйлә юҡ. Беҙ ни бары төбәктә заманса, динамикалы, мөмкин тиклем арзан идара итеү системаһын булдырырға теләйбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Президенты. – Бөгөн властың ике тармаҡлы булыуы урынһыҙ. Барыһы ла компактлы, арзан булһын өсөн, ҡабул ителгән ҡарарҙар башҡарыусыларға тиҙ барып етһен өсөн был тармаҡтарҙы берләштереү зарур. Бында бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ, төбәктәрҙең 90 проценты нәҡ шулай йәшәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика