05:07 (UTC+5), 06 Сентября 2012

Рөстәм Хәмитов Gebr.Heinemann компанияһы вәкилдәре менән осрашты

"Башинформ" | фото: Олег Яровиков
5 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Gebr.Heinemann немец компанияһын Көнсығыш Европала һәм БДБ илдәрендә үҫтереү буйынса директор Ойген Сирота менән осрашты.
Осрашыуҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропорты нигеҙендә Эшлекле авиация үҙәген булдырыу проекты тәҡдим ителде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Комплекс майҙаны яҡынса 1000 квадрат метр тәшкил итәсәк, унда конференц-залдар, һөйләшеүҙәр үткәреү бүлмәләре, магазиндар, ресторан һәм отель буласаҡ.
Рөстәм Хәмитов үҙәк төҙөү менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
— Республикала 2015 йылда ҙур халыҡ-ара саралар – Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттары үтәсәк. Бынан тыш, Башҡортостан Европа һәм Азия илдәренең бихисап инвесторҙарында ҡыҙыҡһыныу уята. Эшлекле әүҙемлек арта, - тине Рөстәм Хәмитов.
— Республика менән хеҙмәттәшлек итеүҙе тәрәнәйтергә планлаштырабыҙ. Һәм беҙҙең артабанғы аҙым – Эшлекле авиация үҙәген булдырыу. Өфөнөң һәм Башҡортостан территорияларының эшлекле авиацияны үҫтереүгә ҡағылышлы мөмкинлектәре ҙур булыуын күрәбеҙ, - тип билдәләне Ойген Сирота.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика