Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
31 Август 2012, 16:14
Фәрит Мусин «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе менән наградланды
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Күгәрсен районы муниципаль район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе менән наградланды.
Фәрит Мусин хеҙмәт эшмәкәрлеген 1973 йылда Арҙат тулы булмаған урта мәктәбендә уҡытыусы булып башлай, 1980 йылға тиклем Октябрьский совхозының комсомол комитеты секретары була. 1980 – 1982 йылдарҙа – Октябрьский совхозы директоры урынбаҫары, 1982 – 2001 йылдарҙа – Октябрьский совхозының «Арҙат» бүлеге идарасыһы, 2001 – 2006 йылдарҙа - «Октябрьский совхозы» муниципаль унитар предприятиеһы директоры, 2006 – 2008 йылдарҙа «Октябрьский» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләй.
2008 йылдың 23 июлендә район Советының сираттан тыш сесияһында конкурс һөҙөмтәләре буйынса Совет ҡарары менән контракт буйынса Күгәрсен районы муниципаль район башлығы вазифаһына тәғәйенләнде.
Автор:
Әлим Фәйезов
Теги:
бр президенты указдары
наградалар
Читайте нас