06:09 (UTC+5), 30 Августа 2012

Рөстәм Хәмитов РФ Хөкүмәтенең яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса видеоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

"Башинформ"
29 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәғариф системаларының 2012-2013 уҡыу йылына әҙерлек кимәле буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты, сараны видеоконференция режимында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.
Кәңәшмәне асып, Дмитрий Медведев ағымдағы йылда төбәк мәғариф системаларын яңыртыуға 60 миллиард һум йүнәлтелеүе хаҡында әйтте, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән. Был яҡынса 35 мең мәктәптә ремонт эштәрен үткәрергә мөмкинселек биргән. 1 сентябргә 63 дөйөм белем биреү учреждениеһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
«Йәш быуынды интеллектуаль һәм ижади йәһәттән үҫтереү өсөн шарттар булдырыу мәғариф системаларын яңыртыуҙың төп маҡсаты булып тора. Был мәсьәләне мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан башлып университеттарға тиклем комплекслы хәл итергә кәрәк», – тине РФ Хөкүмәте рәйесе.
Был йәһәттән Дмитрий Медведев бала баҡсалары мәсьәләһенә лә ҡағылды.
«Алдағы өс йылда төбәктәрҙә бала баҡсаларында 590 меңдән ашыу өҫтәмә урын булдырыу планлаштырыла», – тине Дмитрий Медведев.
Шулай уҡ селектор кәңәшмәһе барышында 2012 йылда урта мәктәптәрҙә эшләгән уҡытыусыларҙың эш хаҡы үткән йылға ҡарағанда уртаса 6 мең һумдан ашыуға күтәрелеүе билдәләнде. 2012 йыл аҙағына ул төбәк буйынса уртаса эш хаҡына тап килергә тейеш.
2012-2013 уҡыу йылы башына Башҡортостанда яҡынса 3800 белем биреү учреждениеһы иҫәпләнә, уларҙа 884 мең бала уҡый һәм тәрбиәләнә, 166 меңдән ашыу кеше эшләй. Яңы уҡыу йылына республикала 4 яңы мәктәп сафҡа индерелгән, йәнә 5 дөйөм белем биреү учреждениеһы 2012 йыл аҙағынаса асыласаҡ. Шулай уҡ быйыл төбәктә 50-гә яҡын бала баҡсаһы төҙөлә башлаған.
Яңы уҡыу йылы башына мәктәптәрҙә 28 мең компьютер урынлаштырылған. Башҡортостандың барлыҡ дөйөм белем биреү учреждениелары интернетҡа тоташтырылған.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика