07:28 (UTC+5), 30 Августа 2012

30 августа йәш гвардиясылар Өфөлә алкоголгә ҡаршы рейд үткәрә

Марина Шумилова
30 августа Волга буйы федераль округының йәш гвардиясылары балиғ булмағандарға алкоголле эсемлектәр һатыу факттарын асыҡлау һәм бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы туҡтатыу буйынса рейдтар үткәрә. «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе бындай рейдтарҙы бөгөн Өфөлә ойоштора.
— Балиғ булмағандарҙың алкоголле эсемлектәр ҡулланыуы бөгөн көнүҙәк проблема булып тора, - тинеләр «Йәш Гвардия»ның төбә бүлексәһендә. – Намыҫһыҙ эшҡыуарҙар ниндәй ҙә булһа юлдар менән күберәк аҡса эшләргә теләй. Хоҡуҡ боҙоу өсөн ҙур булмаған штраф түләү һатыусыларҙы борсомай. Шуға күрә һуңғы ваҡытта балиғ булмағандарға алкоголле эсемлектәр һатҡан кешеләргә ҡатыраҡ яза биреү буйынса федераль кимәлдә һөйләшеүҙәр алып барыла. Йәш гвардиясылар был тәҡдимде хуплай һәм Белем көнө алдынан алкоголле эсемлектәр һатыу факттарын асыҡлау буйынса рейдтар үткәрә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика