Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Август 2012, 13:19
Республика башлығы «Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге» фестивалендә булды
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 25 һәм 26 августа Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромы алдындағы асыҡ майҙанда үткән «Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге» фестивалендә булды. Республика Президенты Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән умартасылар менән аралашты, XII Республика умартасылар конкурсы һәм VI «Йәш умартасы» республика конкурсы барышын күҙәтте.
Рөстәм Хәмитов фестиваль сиктәрендә үткән «Баллы Башҡортостан» йәрминкәһен ҡараны. Бында балдан тыш, башҡа төрлө умартасылыҡ продукттары тәҡдим ителде. Бал фестиваленә республиканың аш-һыу оҫталары 200 килограмм ауырлыҡтағы ҙур сәк-сәк әҙерләгән.
– Бындай саралар республикаға кәрәк. Башҡортостан балының республиканың һәр ғаиләһендә, шулай уҡ илдең башҡа төбәктәрендә лә мул булыуын теләр инем. Шуға күрә бал етештереүҙе арттырырға кәрәк. Оҙаҡламай 20-30 йыл элек булған күрһәткестәргә ирешербеҙ, тип уйлайым. Ул ваҡытта республиканың умартасылык тармағында 700-800 мең умарта иҫәпләнгән. Хәҙер был күрһәткес яҡынса ике тапҡырға кәмерәк, - тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
Автор:
Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков
Теги:
бр президенты
башҡортостан - рәсәйҙең баллы төбәге
Читайте нас