06:39 (UTC+5), 27 Августа 2012

Башҡортостан Президенты «Сәскәләр Арбаты» байрамын ҡараны

Розалия Вәлиева | фото: Александр Данилов
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 25, 26 августа Өфөнөң Ленин урамында үткән «Сәскәләр Арбаты» байрамында булды. Республика башлығы бында тәҡдим ителгән сәскәләр композицияларын ҡараны, артистар һәм тамашасылар менән аралашты.
Ленин урамында белем биреү, медицина учреждениелары, дөйөм туҡланыу предприятиелары үҙҙәренең экспозицияларын булдырған, концерт номерҙары әҙерләгән. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры алдында Рөстәм Сөләймәнов етәкселеге аҫтында Милли симфоник оркестр сығыш яһаны.
«Сәскәләр Арбаты»нда эшҡыуарҙар үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итте, белем биреү үҙәктәре программалары хаҡында һөйләне, шулай уҡ төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
— Сәскәләр көнө ҡала халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, «Сәскәләр Арбаты» идеяһын улар дәррәү күтәреп алды, - тине Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. – Ленин урамын йәйәүле итеү йәһәтенән тәүге бындай сараны 12 июндә үткәргәйнек, ул «Оҫталар ҡалаһы» тип аталды. Бындай тематик байрамдарҙы йышыраҡ ойошторорға планлаштырабыҙ. Уларҙа Өфөнөң һәм республиканың барлыҡ ижади кешеләрен ҡатнашырға саҡырам. Яҡын арала көҙгө йәрминкәләр үткәреүгә айырым баҫым яһаясаҡбыҙ. Уларҙың береһен Ленин урамында үткәрербеҙ, моғайын.
— Сәскәләр байрамы үткән йылдарҙа һәр районда ойошторола торғайны, быйыл уны дөйөм ҡала кимәлендә үткәрергә булдыҡ, - тине Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. – Көн болотло һәм ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, «Сәскәләр Арбаты» ҡала халҡы өсөн ысын байрамға әүерелде. Унда бик күп кеше ҡатнашты. Бындай саралар ҡалабыҙҙа матур йолаға әүерелер, тип ышанам. Улар һәр миҙгелдә лә актуаль.
1 из 22
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика